Киләһе йылғы уңышҡа нигеҙ һалына 15.07.2015

Иглин районында ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүҙән тыш, ужым культураларын сәсеү эштәренә лә ҙур иғтибар бүленгән. Төбәк аграрийҙары иңендә ҙур яуаплылыҡ ята.  Әлегә комбайндарҙың техник торошо тикшерелә. Эш тәжрибәһенән күренеүенсә, хәүефле игенселек зоналарында ла ужым бойҙайынан мул уңыш алырға мөмкин.

Альберт Мостафиндың крәҫтиән-фермер хужалығы биләмәһе мең дә бер йөҙ гектар ерҙе биләй.  Шуларҙың 400-ө - ужым бойҙайына бүленгән. Сәсеүлектәрҙе иңләп сыҡҡыһыҙ. Туҡ башаҡтарға ҡарағанда, быйыл уңыш мул булмаҡсы, - ти хужалыҡ етәксеһе. Был һөҙөмтәле эш биш йыл эсендә өлгәшелә. Былтыр хужалыҡҡа 15 миллион һумлыҡ техника ла һатып алынған.
Гектарынан 40-50 центнер уңыш алыу өсөн  ҡоротҡостарға ҡаршы көрәште яйға һалыу, шулай уҡ ужым культураларына ваҡытында минераль ашламалар индереү, тырматыу һәм  дым ҡаплатыу талап ителә. Орлоҡ сифаты ла мөһим роль уйнай.
Хужалыҡ етәксеһе Альберт Мостафиндың биш йыллыҡ хеҙмәте бөгөн үҙен аҡлаған. Уңыштың төп серен ул агротехник ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ үтәүҙә күрә. Тәү сиратта, ваҡытында ужым культураларын сәсергә кәрәк, ти ул. Киләһе йыл мул уңыш алыр өсөн иглин аграрийҙары сәсеүҙе 20 августа тамамларға тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика