Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте 17.10.2015

Йыл һайын урып-һуғыу эштәре тамамланғас, ауыл хужалығы эшсәндәре араһында иң-иңдәрҙе  тәбрикләү матур йолаға әйләнгән. Үҙ эшенең оҫтаһы Баймаҡтан Ғәле Сәғәҙәтов  быйыл Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының почет грамотаһына лайыҡ буласаҡ.

Ғәле  Сәғәҙәтов бар  тормошон  тыуған ауылы менән бәйләй. Ауылдағы  10-сы синыфты тамамлағас, Юлдыбай училищеһына уҡырға инә. Уҡыуҙы тамамлағас, тыуған колхозында ябай тракторсы булып эш башлай.  2002 йылдан алып  иһә Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында  баш инженер. Бала саҡтан техника менән ҡыҙыҡһынып үҫкән  егет,  башҡа һөнәрҙе күҙ  алдына ла килтермәй. Барлыҡ  техникаларҙы   тәртиптә тотоу, запчастарҙы  хәстәрләү,  механизаторҙар менән уртаҡ тел табып эшләү- барыһы ла  уның иңенә төшә. Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, тигәндәй, урып-һуғыу эштәре тамамланғас,  ауыл эшсәндәре техникаларҙы  баҫыу эштәренә әҙерләй башлай. Баҫыуға техниканың ваҡытында сығыуы мөһим. Сөнки сәсеү һәм уңыш йыйыу эштәрен тотҡарлыҡһыҙ һәм тиҙ арала тамамлау шарт. Ҡыҙыу осорҙа техника боҙолоп эште туҡтатмаһын өсөн ремонт эштәрен алдан  хәстәрләү   кәрәклеген   яҡшы белә белгес.  
Яҙлы-көҙлө гараждарҙа техникалар араһында булышһа, ҡышын иһә  мал торған фермаларҙағы электр ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү менән мәшғүл.  Ғәле Ғиса улы үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ышаныслы тормош иптәше,  хәстәрлекле атай ҙа. Хәләл ефете Рима Әхмәт ҡыҙы менән өс тиҫтәгә яҡын гөрләтеп донъя көтә. 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Рима Әхмәт ҡыҙы ла  тормош иптәшенең үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булыуын билдәләй.
Ауыл ерендә ошондай үҙ һөнәренә тоғро, эшем тип янып йәшәгән  кешеләр барҙа  хужалыҡтың киләсәге барлығына тағы берҙе инанаһың.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку