Хеҙмәт кешеләре ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән

Хеҙмәт кешеләре ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән 16.01.2018

Дүртөйлө районында мәҫәлән Яҙғы-сәсеү кампанияһына әҙерлек октябрҙә үк старт ала. Төбәктә урып-йыйыу эштәре тамамланыу менән техниканы төҙөкләндереү башлана. Дүртөйлө ҡалаһында урынлашҡан ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау оҫтаханаһында ҡышҡы миҙгелдә 20-ләп комбайн төҙөкләндерелә. Улар араһында тармаҡтың башҡа техникаһы ла бар.

Техника ремонтлау оҫтаханаһында иртәнән ҡара кискә тиклем тимер сүкегән тауыш өҙөлмәй. Берәүҙәр уны ҡырҡһа, икенселәре иретеп- йәбештерә, өсөнсөләре кәрәкле деталгә әйләндерә. бында ауыл хужалығы техникаһын ремонтлауҙың тулы циклын күҙәтергә мөмкин.
Азат Зыятдинов ауыл хужалығы менән бала саҡтан таныш. Мәктәп йылдарынан алып ул баҫыу киңлектәрен иңләгән, майға буялып техника ремонтлап үҫкән. Хәҙер ул тармаҡтың әйҙәүсе белгесе. Әле замандашыбыҙ Голландия комбайны агрегатын яңыртыу менән мәшғүл.
Ремонт цехында тотошлай бер комбайн һүтеп йыйыла. Бер детал дә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. барыһы ла ентекле тикшерелә. Урында ул ремонтлана, яңыһы уйлап сығарыла, артабан бергә йыйыла.
Яңыһы тигәндән, мәҫәлән, әлеге көндә республикала тик Дүртөйлө ҡалаһында ғына комбайн барабаны етештерелә. Ул сит ил маркалы New Holland комбайны стандартынан бер ҙә айырылмай. Техник ҡылыҡһырлама яғынан да кәм түгел. Төп нөсхәһе 150 мең һум торһа, ә үҙебеҙҙә етештерелгәне 20 мең самаһы. Дүртөйлө ҡалаһындағы ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау оҫтаханаһында барлығы 85 кеше эшләй. Уларҙың эше бер көнгә лә тынғаны юҡ. Республиканың әле бер, әле икенсе төбәгенән ремонтҡа техника килтерелә.
Башҡортостандың «Үҙәк МТС» предприятиеһы республиканың 37 төбәгендә бар. Бынан тыш, 9 филиал  эшләй. Шуларҙың береһе Дүртөйлө ҡалаһында. Эштең күплелегенән тыш, хеҙмәт хаҡының килемлелеге лә ауыл хужалығы белгестәрен йәлеп итмәй ҡалмай. Әйткәндәй, быйылдан тармаҡ йәш көстәр менән дә тулыланмаҡсы. 2018 йылдан ауылға эшкә ҡайтыусы белгестәргә аҡсалата ярҙам  күрһәтеү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку