Хәйбулла йәштәре тыуған ерендә төпләнә 16.04.2016

Ситкә китеп  эшләп ҡараусылар ҙа ваҡыт үтеү менән  ауылға ҡайта. Бәләкәй Арыҫланғолдан  Илфир Мөхәмәтйәровты ла тыуған тупраҡ тартҡан. Сәмсел, дәрте ташып торған егет боронғо ата-бабалар кәсебе - малсылыҡ менән шөғөлләнә.

Оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа эшләп йөрөгәндән һуң, йәш тәүәкәлл егет тыуған ауылына ҡайтып малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Киләсәктә ул мал ишәйтеү, ҡымыҙ етештерә башлау   һәм   татыу, мөхәббәтле ғаилә ҡороу  теләге менән яна.  Ғәҙәттә, йәштәр татлы хыялдар артынан ҡыуып, ҡалаға ашыға.  Ә бына Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәүсе Илфир Мөхәмәтйәров, киреһенсә, ауыл тормошон үҙ итә.  Тик тыуған ауылында  сәмләнеп донъя көтөрҙәй тиҫтерҙәренең  һирәгәйә  барыуы күңелен ҡыра.
Илфир Мөхәмәтйәровтың шәхси хужалығында ике тиҫтәгә яҡын  һыйыр малы,  йылҡылары бар.  Киләсәккә тәүәккәл егет уларҙың һанын арттырырға,  ҡымыҙ  етештерергә  ниәтләй. Әлегә   ул  табышты   ит һатыуҙан ала. Яҡын киләсәктә   ул һыйыр ағын да  күпләп һатыуға сығарырға иҫәп тота. Ауылда һөт эшкәртеү цехының асылырға тороуы ла быға этәргес булып тора.
Ауылда малсылыҡ  тармағы менән  шөғөлләнеү  иң  килемле эш.   Тик табыш алыр өсөн мал һанын арттырырға  һәм еренә еткереп һимертергә кәрәк, тип иҫәпләй ул. Илфирҙең яңғыҙына   ғына мал аҙығын әҙерләү,  ҡышлатыуҙы уңышлы атҡарып сығыу мөмкин булмаҫ ине. Уға  ауылда йәшәүсе ағаһы Илнур, ҡустыһы Рөстәм ярҙам итә. Киләсәктә улар бергәләшеп заманса ҙур ферма төҙөү теләге менән яна.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика