Хәйбулла районы республиканың иң ҡоро төбәгендә урынлашҡан

Хәйбулла  районы республиканың иң ҡоро төбәгендә урынлашҡан 30.03.2015

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул республикаға ауыл хужалығы продукцияһын, бигерәк тә ҡаты сортлы бойҙайҙы күпләп етештереүсе булып ҡала. Быйыл да Урал аръяғы райондарына яҙғы сәсеү эштәрен ябай булмаған шарттарҙа алып барырға тура киләсәк.

Хәйбулла  һәм уға күрше райондар совет осоронда ла ябай булмаған һауа шарттарында эшләне. Әммә улар республика ауыл хужалығы данын юғары күтәреүсе  яҡ булып килде.
Урал аръяғы далаһы менән тау-урман төбәктәренә ҡараған райондар эшенә арналған агроконференцияла ғалимдар эшен насар ойоштороуға ҡағылышлы тәнҡит һүҙҙәре яңғыраны. - Үҙебеҙҙә ауыл хужалығы буйынса фәнни-тикшеренеү институты була тороп та айырым фермерҙарҙың башҡа өлкә институттары менән эшләүе аңлашылмай, - тине  Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин.
Ауыл хужалығы проблемалары менән шөғөлләнеүсе тотош институт бар. Беҙ бөгөн фермер Шәйәхмәтовтың ерҙәрен ҡараныҡ. Ул үҙе Ырымбур ауыл хужалығы институты менән эш алып бара. Вәкил Мирғәлиевич, һеҙ етәкләгән институтҡа ныҡлы уйланырға урын бар.
Ужым культуралары ла был яҡтарҙа насар ҡышлай. Район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов әйтеүенсә, былтыр көҙҙән бирле Хәйбуллала  ямғырҙар юҡ. Әйтәйек, норма буйынса 24 урынына сентябрҙәге яуым-төшөм 1 миллиметрҙан саҡ ҡына артҡан. Ҡыш башланғанда тупраҡтың 1 метр тәрәнлегендә  дым бөтөнләй тиерлек булмаған. Ҡарҙың ҡалынлығы ла 16-23 сантиметрҙан артмаған. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин үҙ сығышында Урал аръяғы райондарындағы хәлдәрҙең үтә лә ауыр булыуын билдәләне.
Илдар Тимерғәлин, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Урал аръяғындағы хәлдәр шатланырлыҡ түгел. Был төбәкте үҫтереү буйынса маҡсатлы программаға 5 йыл, әммә алға китеш күренмәй. Малдар һаны кәмей, һөт күләме түбәнәйә. Ә бит Урал аръяғындағы 207 мең баш мал республика күрһәткесенең  17 проценты тигән һүҙ».
Белгестәр әйтеүенсә, әгәр апрель-майҙа нормаға яҡын кимәлдә ямғырҙар яумаһа  игендәргә баш ҡалҡытыуы ауыр буласаҡ. Берҙән бер юл - тупраҡ өлгөрөү менән 5-6 көн эсендә дым ҡаплатып ҡалыу.
Аҡъяр телевидениеһы ярҙамында Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика