Картуф байрамы

Картуф байрамы 16.10.2015

Хәйбулла районының Степной ауылында икенсе икмәк сараның төп сәбәпсеһенә әйләнде. Ауыл оҫталары йәшелсәнән аш-һыу, ҡамыр аҙыҡтары бешереп күрһәтте, төрлө йәнһүрәт геройҙары яһап күргәҙмәгә ҡуйҙы.

«Девчата» фильмы геройының был фекере менән Хәйбуллалар килешмәҫ ине. Байрамда улар картуфтан бик күп төрлө тәмлекәстәр бешерергә мөмкин икәнен раҫланы. Өҫтәлдәр йәшелсәнән әҙерләнгән төрлө турамаларҙан, пицца, бәлештәрҙән һығылды. Ә картуфтан яһалған ҡул эштәре күргәҙмәнең төп биҙәгенә әйләнде.
Майҙан йыр-бейеүҙән гөрләп тора. Ағинәйҙәр кемуҙарҙан тамашасыларҙы үҙҙәренең күңелле таҡмаҡтары менән ҡыуандырһа, байрамды ойоштороусылар Рәсәйҙә картуфтың килеп сығыу тарихын һөйләне.
Картуф байрамында баһалама ағзаларына еңеүсене асыҡлауы еңел булманы. Командалар етди әҙерләнгән. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде, һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку