Кәзә аҫрау - килемле шөғөл

Кәзә аҫрау - килемле шөғөл 08.04.2015

Учалы ҡалаһында йәшәүсе Ғилмийәровтар ғаиләһе инде тиҫтә йылдан ашыу кәзә үрсетеү менән мәшғүл. Урында һөт етештереп, ҡымыҙ бешә улар. Тауарҙың үтемле булыуына ғаилә, яңынан йорт һалып, сит ил марка автомобилен дә һатып алған.

Береһе һауҙырыуға, икенсеһе сиратҡа баҫа. Зөләйха, Стелла, Ромашка һәм башҡалар. Ғилмийәровтар ихатаһында һаҡалтайҙар 4 тиҫтәләп. Көн дә бер кәзәнән алты литрлап һөт һауыла. Кәзә һөтө лә инде ғалимдар тарафынан күптән әсә һөтөнә тиң булыуын, бигерәк тә яңы тыуған сабыйҙар өсөн сифаты яғынан алдырыуын раҫланған.
Кәзәгә теләһә нимә ашатырмын да, туйыр әле, тип уйларға ярамай. Ул һыйыр кеүек аяҡ аҫтында ятҡан бар нәмәгә лә ябырылмай. Хайуан тик файҙалы матдәләргә бай булған аҙыҡты ғына һайлай. Мәҫәлән, һауын кәзә бәрәстәренә йылы һөт һәм бутҡа биреү мөһим.
Йүнселдәр кәзә бәрәстәрен әсәһенән 20 көнөндә айырып, һарайҙың айырым бүлмәһендә тота. Йәш малды ғаилә һатыуға ла сығара.
Швейцар тоҡомло һаҡалтайҙарҙың һәр кемеһенең үҙенә генә хас холоғо бар. Береһе ихата хужаһы булһа, ә Зоя ҡушаматлыһы мәҫәлән, акушер ҙа.
Кәзә һөтөнән ҡымыҙ ҙа бешә ғаилә. Ул ыҫланған көбөлә махсус әҙерләнә. Кәзә ҡымыҙы бейәнекенә ҡарағанда күпкә ҡуйыраҡ, ул кальций, фосфор кеүек минераль матдәләргә бай, ти хужабикә Миңленур Ғилмийәрова.
Кәзә ҡымыҙын йүнселдәр урындағы кибет һәм йәрминкәгә сауҙаға сығара. Үҙ һатып алыусылары ла бар. Уларҙың Өфө сауҙа селтәрҙәренә эләгеү теләге ҙур, әммә башҡа фермерҙар ирек бирмәй, үткәрмәй ҙә тиерлек. Ғилмийәровтар ҡорбанға тип һарыҡ та аҫрай. Беҙҙең ижади төркөмдөң күҙ алдында, хатта һарыҡтары бәрәсләп тә ҡуйҙы. Шунда уҡ, әлбиттә телевидениеһы йондоҙона әйләнде.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика