ИТфест

ИТфест 22.12.2015

Башҡортостанда ошондай үҙенсәлекле исем аҫтында тәүге ит фестивале үтә. Бөгөн сараға арналған матбуғат конференцияһы үтте.

Башҡортостандың  сауҙа-сәнәғәт палатаһынан белдереүҙәрәенсә, был фестиваль даими ойошторолған ит йәрминкәләренән айырмалы күберәк етештереүселәрҙе һәм һатып алыусыларҙы йәлеп итер тип көтөлә. Һәм сифатлы продукцияға иғтибарҙы арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Сара Яңы йыл алдынан, 26 декабрҙә Өфөнөң «Спорт һарайы» алдындағы майҙанда ойошторола.    
Азат Фазлыев, Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты вазифаһын башҡарыусы:  «Бындай фестиваль ойоштороп беҙ бер нисә мәсьәләне ыңғай хәл итәсәкбеҙ.  Был тәү сиратта республика етештереүселәренә үҙ тауары менән миллионлы ҡалаға сығыу мөмкинлеге бирә, шулай уҡ һатып алыусыларға ла төрлөлөгө менән айырылған экологик яҡтан таҙа ит продукциялары тәҡдим ителә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку