Импортты алмаштырыу буйынса аныҡ аҙымдар яһау мөһим

Импортты алмаштырыу буйынса аныҡ аҙымдар яһау мөһим 16.11.2015

Был турала Бөтә Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабының  сираттағы ултырышында билдәләнде. Унда илдә иғлан ителгән импортты алмаштырыу сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге тикшерелде.

Фәнил Басиров йыш ҡына йәрминкәләрҙә ит һата. Фермер өсөн башҡа сара юҡ. Һатып алыусыны табыу өсөн йөҙәр саҡрым юл үтергә, һыуыҡта сауҙа итергә лә әҙер ул.
Ауыл кешеһе өсөн ит-һөт ризыҡтары етештереү күнегелгән эш. Әлегә уны сауҙаға сығарыу бөтөнләй  яйға һалынмаған мәсьәлә. Импортты алмаштырыу сәйәсәте был өлкәлә ыңғай этәргес бирергә тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа, йөк әле урынынан ҡуҙғалмаған. Күпләп малсылыҡ тауарҙары етештерелгән Урал аръяғы райондары мәҫәлән,  ҡулланыусыһын таба  алмай йонсой, тип билдәләй «Республика Башҡортостан» газетаһының төбәктәге махсус хәбәрсеһе Әнисә Янбаева.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ойошторған фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, предприятиелар етәкселәре, депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.  Мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү, проблемаларҙы билдәләү илебеҙгә сит ил продукцияһы ағымын кәметеү генә түгел, ә үҙебеҙҙә етештерелгәндәргә өҫтөнлөк танырға  лә форсат бирәсәк.   Был иһә ябай ҡулланыусы патриотизмы ғына түгел, тәү сиратта өҫтәмә эш урындары, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу тигән һүҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика