Импортҡа 100 процентлыҡ алмаш

Импортҡа 100 процентлыҡ алмаш 26.05.2016

Башҡортостанда тулыһынса тиерлек үҙебеҙҙең илдә етештерелгән  деталдәрҙән йыйылған комбайн сығарала башланы.

«Баһадир» исемен йөрөткән комбайн күпте күргән ауыл эшсәндәрен дә хайран ҡалдыра. Дүртөйлө районында йыйылған техника 100 процентҡа тиерлек үҙебеҙҙә етештерелгән деталдәрҙән тора. Шуға ҡарамаҫтан, сит ил технологияһынан һис тә ҡалышмай. Заманса электрон ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҡеүәтле машина бер ҡул менән  генә идара ителә.
Ҙур булмаған, шул уҡ ваҡытта юғары етештереүсәнле, яғыулыҡты аҙ сарыф итеүсе  техника менән ауыл хужалығы семинарында ҡатнашыусылар етди ҡыҙыҡһына. Шулай ҙа комбайн әле күмәртәләп һатырлыҡ түгел. Әлегә ете берәмек техника етештерлгән.
Техника етди күҙәтеү аҫтында етештерелә. Мин үҙем дә эш барышын котролдә тотам. Кисә генә семинар алдынан «Дон» һәм «Муромец» комбайндарын һынап ҡараным. «Дон»дан беҙҙең  техникаға ултырғанда үҙеңде «Запарожец»тан сит ил автомобиленә күскән кеүек хис итәһең.
«Муромец» үҙ аналогтарынан 40 процентҡа тиклем арзаныраҡ. Ауыл хужалығы техникаһын алыуға республика субсидияһын иҫәпкә алғанда, комбайн тағы осһоҙораҡҡа төшә. Ғөмүмән, «Муромец»тың киләсәге өмөтлө, ти белгестәр. Республика баҫыуҙарында сәсеүҙең Ноу тилл, йәғни, һаҡсыл технологияһын индерелгән мәлдә экономиялы техника ҙур ярҙамсы буласаҡ.
Үҙебеҙҙең техника менән сит ил технологиялары. Импортты алмаштырыуға табан яһалған ярайһы уҡ ҙур аҙым. «Муромец» юғала барған ялан батыры данын кире ҡайтарасаҡ, ти ауыл хужалығы белгестәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку