Илдең иң шәп умартасыһы – Башҡортостандан

Илдең иң шәп умартасыһы – Башҡортостандан 16.08.2017

Бөгөн Өфөлә «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. Ишембай районынан Илгиз Шәңгәрәев тәүге тапҡыр үткәрелгән күләмле сарала егерме бәйгесе араһында еңеү яуланы. Шулай уҡ «Аҡбуҙат» ипподромында ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм үҫмерҙәр араһында ла айырым төбәк конкурстары ойошторолдо.

Мәсетле районынан Булат Шәмсийәров бәхетле атай, олатай ғына түгел, оҫта умартасы ла. Йүнсел алты балаһын да был шөғөлгә өйрәтеп, уңдым,-ти. Ғаиләнең уртаҡ эше килемле булыуы менән дә ҡыуандыра.
Республика, ил умартасыларының Өфөлә бер майҙанда йыйылыуы үҙе бер байрамға тиң. Баллы йәрминкәне ғәҙәттәгесә баш ҡалала йәшәүселәр ихлас ҡаршы алды.
Шулай ҙа республика умартасылары быйыл мул уңыш булыр тип өмөтләнә. Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов йәрминкәлә бал ҡортолай тырышып эшләүселәр менән аралашып, ҡортсолоҡ өлкәһендәге проблемаларға туҡталды. Шулай уҡ баш ҡалала «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсы сиктәрендә тәүге тапҡыр ойошторолған «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында ҡатнашыусыларҙы ла шәхсән сәләмләп, берләшергә саҡырҙы.
Ил кимәлендә ойошторолған тәүге умартасылар бәйгеһе барлығы 20 төбәк вәкилен берләштерҙе. Ярыш үҙенә күрә тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына ла  әйләнде.
Ярыш бик ҡыҙыҡ барҙы. Башта тест һорауҙары булһа, артабан практик өлөш. Конкурста ҡатнашыусыларға бал ҡорттарының сирҙәре, умарталарҙы тотоу технологияһына бәйле ҡатмарлы эштәр ҙә бирелде. Һөнәри ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе тип  Башҡортостан вәкиле - Ишембайҙан Илгиз Шәңгәрәев билдәләнде.  300 мең һумлыҡ аҡсалата премия тап уға эләкте!
«Аҡбуҙат» ипподромында умартасылар араһында бер нисә номинацияла айырым конкурстар ҙа уҙғарылды. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм үҫмерҙәр араһында ойошторолған бәйгеләр ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Ярыш, тәү сиратта,  үҫмерҙәрҙең ғилми-ғәмәли яҡтан белемен тикшереүгә ҡоролған.
Филипп Маккейб, «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһы федерацияһы президенты: «Миңә бик күп илдәрҙә булырға тура килде. Донъяла умартасылыҡ үҫешен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Проблемалар етерлек. Әммә икенсегә Башҡортостанға килеп, ҡортсолоҡтоң киләсәге бар тип бер ни тиклем тынысланып ҡуйҙым. Йәш умартасыларҙың сарала күпләп ҡатнашыуы ҡыуындырҙы».
Ярыш майҙансығында балта һәм бысҡы тауышы бер минутҡа ла тынманы. Бында республиканың иң көслө солоҡсолары түмәр умартаһы яһау буйынса көс һынашты. Был эш бигүк еңелдән түгел Түҙемлек кәрәк. Яҡынса өс-дүрт сәғәт ваҡыт талап ителә.
Ишембайҙан Вахитовтар ғаиләһе  конкурста материал булараҡ ҡарағай ағасын ҡулланды. Төбәктә  ҡырағай бал ҡорттарын ҡарау менән күптәр шөғөлләнә.  
Былтыр Башҡортостанда алты мең тонна бал йыйылған булһа, татлы ризыҡтан быйылғы күрһәткес тә мул булырға вәғәҙәләй.
Тармаҡты үҫтереү, башҡорт балын донъя кимәлендә танытыу өсөн - берләшеү ҙә мөһим.
Балдай татлы төбәккә ҡунаҡҡа  килгән Рәсәй, сит ил вәкилдәре лә урында умартасылыҡҡа иғтибарҙың юғары булыуын билдәләне. 2021 йылда «Апимондия» конгерссының тап Өфөлә үтәсәгенә шик юҡ,-тине улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку