Ике һауынсыға көнөнә - 260 һыйыр

Ике һауынсыға көнөнә - 260 һыйыр 19.09.2017

Дүртөйлө районының «Еникеев» хужалығы фермерҙары һауым буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Был йүнәлештә хеҙмәткәрҙәргә итальян технологияһы ярҙамға килә. Дүрт йыл элек ҡуйылған һауым аппараттары етештереү ҡеүәтен арттырған. Шунлыҡтан хужалыҡтың икенсе фермаһында быйыл тағы ла итальян технологияһын урынлаштырмаҡсылар.

10-12 минут эсендә 16 һыйыр һауып алырға. Фәнзилә Хәсәнова 25 йыл дауамында яратҡан эшенә таңғы дүрттә тороп килергә күнеккән. Бер минутҡа ла һуңларға ярамай, сменала мең-мең ярым литр һөт алырға кәрәк. Тик  һауынсы әйтеүенсә, эш ҡатмарлыҡ тыуҙырмай, сөнки бармаҡ көсө кәрәкмәй.
Хужалыҡта яҡынса 400 баш һауым һыйыры иҫәпләнә. Яңы технологияны ҡулланыу һөттөң сифатын ғына түгел, күләмен дә  арттырған. Һауынсыларға бары ваҡытында аппаратты ҡуйып, кнопкаға баҫып, һауын барышын контролгә алыу талап ителә. Техниканың һөҙөмтәле эшләүен күреп, хужалыҡ икенсе фермаға ла ошондай уҡ аппарат ҡуя.
Ашаған малда өмөт бар тип хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләүгә күп көс һала. Баҫыуҙа техника тауышы тынмай, гектарынан 30 центнер уңыш алыуға һөйөнә улар. Әйткәндәй, хужалыҡта быйылғы күрһәткестәр алдағы йылдарҙан ике-өс тапҡырға күберәк.
Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бер көн эсендә 70 гектар майҙанда урып-йыйыу эштәрен башҡара. Әле баҫыуҙа дүрт комбайн иртәндән ҡараңғы кискә тиклем эшләй. Һоло фуражға һалына. Һауа шарттары яҡшы торғанда, иҫәп ҡалған 500 гектарҙағы уңышты аҙна аҙағына йыйып бөтөү.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку