Иглин районында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Альберт Мостафин хәүефле ер эшкәртеү зонаһында иген культураларынан мул уңыш алыуға өлгәшкән

Иглин районында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Альберт Мостафин хәүефле ер эшкәртеү зонаһында  иген культураларынан мул уңыш алыуға өлгәшкән 28.08.2017

Мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ерҙәрҙә биш баҫыу булдырған. Уларҙа башлыса элиталы орлоҡ сәселә.

Был яландарҙы сәсеү эштәре теүәл башҡарыла. Быйылғы ябай булмаған шарттарҙа ошо баҫыуҙарҙан ужым бойҙайының гектар ҡеүәте 27, ә ярауай игендеке - 56 центнер тәшкил иткән. Мул уңыштың сере - сәсеүҙең агротехник талаптарын теүәл үтәү һәм юғары сығышлы «Икадо-109» сортын ҡулланыуҙа.
Йүнсел хужа киләсәктә был сорттан тағы ла юғарыраҡ уңыш үҫтереп була, тигән фекерҙә. Был баҫыуҙа тәүҙә борсаҡ,  ҡарабойҙай, һуңынан ғына юғары сортлы иген сәселгән.   Белгестәр фекеренсә, тап ошондай технология артабан  баҫыуҙарҙан юғары уңыш алыу мөмкинлеге бирә.  
Әлеге ваҡытта Мостафиндың шәхси хужалығында Безенчук-33 сортлы ужым бойҙайы 170 гектар майҙанда сәселгән дә инде. Киләһе йыл  эшҡыуар был сорттың гектарынан 45 центнер уңыш алырға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку