Иң яҡшы комбайнсы конкурсы аҙағына яҡынлаша

Иң яҡшы комбайнсы конкурсы аҙағына яҡынлаша 09.09.2016

Был юғары исемгә лайыҡлылыр октябрҙә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре байрамында билдәләнәсәк. Дәғүәселәр байтаҡ, әммә төп приз - еңел автомобиль менән ун комбайнсыны ғына бүләкләнә. Яңыраҡ конкурсҡа ураҡ эштәрендә ҡатнашыусы студенттарҙы ла индерергә ҡарар ителгән. Сөнки аграр университет студенттары ла уңыш йыйыуға тос өлөш индерә.  Автомобилгә дәғүә итеүсе студенттарҙың береһе Саҡмағош районында йәшәй. Ул әлегәсә баҫыу эштәре менән мәшғүл.

Радик кеүектәрҙе ауыл эшсәндәре шаяртып комбайнда тыуған тиҙәр. Ун йәшенән үк ураҡ эштәрендә ҡайнаған егет уҡыу башланыуға ҡарамаҫтан, һаман да ҡырҙа. Белем алыуҙың практик өлөшөн ул мөмкин тиклем файҙалы уҙғарып ҡалырға тырыша.  Иң яҡшы комбайнсыларҙы бүләкләйәсәктәрен ишеткәс,  эштәр тағы ла йәнләнгән.
Ә бына Радиктың  атаһы иң яҡшы комбайнсы исеменә тәүге дәғүәсе. Фидус Хәзиевтың  эш күрһәткестәре менән тотош республикала  береһе лә бәхәсләшерлек түгел.  Бер генә йылда ла егерме мең центнерҙан кәм урғаным юҡ. Комбайнсы һөнәрен   юғары баһалауҙары эшкә тағы ла дәрт өҫтәй, ти ул.
Иң яҡшы комбайнсыларҙы билдәләү тәҡдимен быйыл Республика башлығы индергәйне. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ауыл хужалығы эшсәндәренең абруйын арттырыу, ер эшен лайыҡлы  баһалау өсөн һөнәри бәйгеләр ойоштороу  һөҙөмтәле буласаҡ.
Һуңынан был конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге студенттарға ла бирелде. Сөнки  ауыл хужалығы һөнәренә уҡыған йәштәр ҙә уңыш йыйыуға тос өлөш индерә. Башҡорт дәүләт аграр университетының «Башаҡ» студент отряды,мәҫәлән, республиканың төрлө райондарында ураҡ эштәрендә ҡатнаша. Берҙән, хужалыҡтарға ярҙам булһа, икенсенән, тәжрибә туплау мөмкинлеге.
Ауыл хужалығы министрлығы был бәйгене тағы ла киңәйтеп ебәрҙе. Конкурста ураҡ эштәрендә ҡатнашҡан төрлө һөнәр эйәләре лә  ҡатнаша. Әйткәндәй, ялан батырҙарына әҙерләнгән еңел автомобиль маркалары сер итеп тотола. «Мерседес» түгел, әммә ултырып йөрөргә оят булмаҫлыҡ транспорт сараһы, тигәйне Рөстәм Хәмитов конкурс иғлан иткәндә. Яңы автомобиль маркалары һәм уның хужалары октябрҙә үтәсәк ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөндә билдәле буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку