Иң яҡшы комбайнсыға автомобиль

Иң яҡшы комбайнсыға автомобиль 21.07.2016

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов "Баҫыу көнөндә" сығыш яһап ауыл эшсәнәдре араһында конкурс ойоштороға тәҡдим итте. Уңыш йыйыуҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән ун комбайн йөрөтөүсегә еңел автомобиль асҡыстары тапшырасаҡтар. Был бәйге ер кешеһенең абруйын, ялан батырҙарының данын кире ҡайтарыр тип ышанабыҙ, тине төбәк етәксеһе.

Ҙурайып өлгөргән сөгөлдөрҙәрҙе халыҡтың өнәп бөтмәүен ҡаҙанға һыймай тип һылтаныу әлбиттә шаяртыу ғына. Ысынында иһә мәсьәлә күпкә ҡатмарлыраҡ.  Үҙебеҙҙә етештерелгән йәшелсәләр сауҙаға  һирәк сығарыла . Кәштәләрҙә башлыса сит төбәктәрҙән, хатта сит илдәрҙән килтерелгән сөгөлдәрҙәр, картуф һәм кәбеҫтә. Импорт алмаштырылырға тейеш. Был турала һүҙ күптән ҡуйыртыла. Әммә йылдар буйына хәл ителмәгән мәсьәлә ҡапыл ғына сиселә торғандарҙан түгел.  Ә бит мөмкинлектәр бар.

Ҡыҙғаныс, әммә бындай мул уңыш әле тәжрибә майҙансыҡтарында ғына. "Салауат агрофирмаһы" ла йәшелсәләр сәсеүгә ике йыл элек кенә тотонған.  Тәүге сәсеү ярайһы уҡ яҡшы уңыш һәм киләсәккә өмөттәр биргән. Артабан майҙандарҙы ҙурайтмай уңыш күләмен тағы ла арттырырға  ниәтләнә Салауаттар.

Йәшелсә майҙандарын арттырыу ер эшенең төп сәйәсәтенә  әйләнергә тейеш. Бөртөклө культуралар йыйып алыу  буйынса республика былай ҙа алға киткән төбәктәрҙең береһе. Белгестәр әйтеүенсә,артығы республикаға кәрәкмәй ҙә. Буш торған яландарҙы йәшелсәгә тотоноу отошлораҡ .

Был мәсьәлә "Баҫыу көнөндә" лә етди өйрәнелде. Райондарҙа йәшелсә менән шөғөлләнеүсе ҡеүәтле предприятиелар, үҙ сиратында заманса техника һәм юғары квалификациялы белгестәр талап ителә. Ауыл эшсәндәрое өсөн был эш яңы түгел. Үткәндәрҙе ҡабатлау ғына, ти белгестәр.

Иғтибарҙы импортты алмаштырыуға йүнәлтеү көндәлек эште артҡы планға күсереү тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, бөртөклө культураларҙы хәлдән килгәнсә арттырыу бурысы ҡуйыла. Башҡортостанда барлыҡ үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алғанда ашлыҡ күләмен дүрт миллион тонннаға еткереү мөмкинлеге бар. Был планкаға етеү өсөн Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы һөнәренең  абруйын арттырыу , ер эшен лайыҡлы  баһалау кәрәклеген белдерҙе. Был йәһәттән һөнәри конкурстар һөҙәмтәле буласаҡ , тине республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов "Баҫыу көнөнә" килтерелгән ауыл хужалығы техникаһы менән дә ҡыҙыҡһынды . Әйткәндәй, был йәһәттән импортты алмаштырыу йылдам алып барыла. Күп кенә техниканы Рәсәйҙә , Башҡортостанда ла етештерергә өйрәнгәндәр. Ғөмүмән,  ниндәйҙер байрам сараһы кеүек кенә ойошторолла башлаған сара ауыл хужалығында тәжрибә уртаҡлашыу, ҡаҙаныштар менән бүлешеү өсөн күләмле майҙансыҡҡа әйләнде. "Баҫыу көнө" республикала шәмбегә тиклем дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика