Иң шәп ер һөрөүсе Рязань өлкәһендә йәшәй

Иң шәп ер һөрөүсе Рязань өлкәһендә йәшәй 01.07.2017

Андрей Шаль Башҡортостанда үткән Бөтә Рәсәй ер һөрөүселәр чемпионатында еңеү яуланы. Уға  «Уаз патриот» автомобиле асҡысы тапшырылды. Өфө районында  уҙған  конкурста Рәсәйҙең утыҙ төбәгенән һәм сит илдән килгән  механизаторҙар  үҙ көсөн һынап ҡараны. Сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя ер һөрөүселәр ойошмаһының генераль секретары  Анна Мария Мак Хью, Европа ойошмаһының генераль секретары Март Баккер һәм башҡа  рәсми вәкилдәр тәбрикләне.

Ер  эше бер  ҡасан да еңел генә бирелмәгән, һуҡа менән эшкәрткән боронғо ваҡытта ла, заманса техникалар менән эш иткән әлеге мәлдә лә... Сөнки  ер  үҙенә иғтибарлы һәм ихтирамлы  мөнәсәбәт талап итә.  Конкуста ҡатнашыусылар  барыһы ла оҙайлы йылдар баҫыуҙарҙы иңләгән ялан батырҙары. Әммә  ойоштороусылар әйтеүенсә, сит ил механизаторҙарының кимәле күпкә юғарыраҡ, бер үк тракторҙарҙа бураҙналар төрлөсә һалына.
Шуға күрә был конкурс тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән дә мөһим әһәмиәткә эйә. Үҫеү, камиллашыу өсөн үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау етмәй. Алдынғы эш алымдарын үҙләштерергә, индерергә кәрәк.
Тәү ҡарашҡа һөрөлгән ерҙең бер айырмаһы ла юҡ һымаҡ, тупраҡтың аҫты өҫкә әйләнеп ятһа еткән кеүек. Ысынбарлыҡта иһә был һөнәр юғары оҫталыҡ талап итә. Белгестәр ерҙе һөнәрсе эшкәрткәме, өйрәнсекме икәнен шунда уҡ баһалай ала. Бураҙналар тигеҙ, бер тәрәнлектә булырға,  ошондай эре кәҫтәр ятып ҡалырға тейеш түгел. Шул ваҡытта ғына  баҫыуға сәселгән культура мул уңыш бирәсәк.
Чемпионатта «Трактор-шоу» ярышы, «Башҡортостандың милли ихаталары», «Уңдырышлы түтәл», «Йәнле ферма» күргәҙмәләре ойошторолған.  Шулай ҙа  Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән сараның төп маҡсаты  иң шәп ер һөрөүсене асыҡлау. Был юғары исемгә бөгөн Рязань өлкәһенән Андрей Шаль лайыҡ булды. Уға  төп бүләк – «Уаз патриот» автомобиле тапшырылды.
Андрей Шаль, Бөтә Рәсәй ер һөрөүселәр конкурсы еңеүсеһе: «Мин 12 йыл механизатр булып эшләйем, ер һөрөүселәр конкурсында тәүгә генә ҡатнашмайым, әммә беренсе урынға сыҡҡаным юҡ ине. Башҡортостан тупрағы минең өсөн бәрәкәтле булды, тәүҙә ышанмай ҙа  торҙом.  Ерҙе һөрөү еңел булманы, ямғырҙан һуң тупраҡ дымлы, еүеш, йәбешеп бара».
Ер һөрөүселәр конкурсында  ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Тик сәхнәгә гүзәл заттарҙан бер генә вәкил күтәрелде. Ул Илеш ҡыҙы Әлиә Яҡупова. Әлиә «Баҫыу батшабикәһе» тигән номинацияға лайыҡ булды.
Бөтә Рәсәй ер һөрөүселәр конкурсы ысын мәғәнәһендә һабантуйҙы хәтерләтә. Майҙан буйлап тирмәләр теҙелгән, сәхнә йыр-моңдарҙан яңғырап тора, тирә-йүндә спорт ярыштары гөрләй. Иң күп халыҡ йыйылған урын  башҡорт бәһлеүәне  Эльбрус Ниғмәтуллин етәкләгән «Эльбрус-тим» командаһы  сығыштары. Илдең иң көслө егеттәре бөгөн тракторҙы тартып  йөрөттө.
Эльбрус Ниғмәтуллин, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, «Эльбрус-тим» командаһы етәксеһе: «Миңә был байрам бик яҡын һәм ҡәҙерле,  ер кешеһенә иғтибар артыуына бик шатмын. Үҙемдең трактор йөрөтөү буйынса таныҡлығым да бар, әммә бөгөн  руль артында түгел, тракторҙы тартып йөрөтәсәкбеҙ. Асфальтта еңелерәк, үлән өҫтөндә ауырырыраҡ булды.  Кеше мөмкинлектәренең сикһеҙлеге һәм теләк булғанда бар кәртәләрҙе лә емереп сығырға мөмкин тип әйтергә теләйбеҙ».
Башҡортостан тупрағы хаҡында Мостай Кәрим юҡҡа ғына тот та икәмәккә һыла тип яҙмаған. Башҡортостанда ер күп кенә түгел, уңдырышлы ла, бәрәкәтле лә.  Тик уға ҡарашты үҙгәртеү, иғтибарҙы арттырыу мотлаҡ. Һәм уны эшкәртәүҙән башларға кәрәк. Шул ваҡытта ғына Ер-әсә ысын мәғәнәһендә һыйындырыусы ла, туйындырыусы ла буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку