Федоровканың хеҙмәт алдынғылары

Федоровканың хеҙмәт алдынғылары 23.01.2016

Федоровка районында хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Үҙ тармағында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән 50 нән ашыу белгес өсөн был көн ҙур байрамға әйләнде. Биләле булыуынса тап ең һыҙғанып эшләүселәр йәмғиәттең үҫешен тәьмин итә, улар башҡалар өсөн өлгө булып тора.

Тәжрибәле табип кеүек, Уйылдан Хәлитов тоғро тимер атының һулышын тойоп тора. Сатлама һыуыҡҡа ҡарамаҫтан трактор инәлтмәй генә тоҡанды. Егет үҙенә ышанып тапшырылған техниканы ваҡытында йүнәтеп, майлап тора.  Наҙлы ҡарашты тимер ҙә һиҙә.  Үткән йылдың һөҙөмтәләре буйынса Уйылдан үҙе эшләгән хужалыҡта иң яҡшы механизатор тип танылған.
Уйылдан эшләгән хужалыҡ районда иң ҡәүәтлеләр рәтендә. «Азат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  7 мең гектар майҙанда  һөрөнтө ерҙәрҙе эшкәртә,  уларҙы киңәйтеү пландары ла бар. Тимәк эшсе ҡулдарҙа ихтыяж  артасаҡ ҡына,  кадрҙар мәсьәләһен һөҙөмтәле  хәл итеүгә хужалыҡтың үҫеш мөмкинлектәре бәйле булыуын етәкселек яҡшы аңлай
Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа үҫеште  дауам итеү хужалыҡтар өсөн үҙе батырлыҡҡа тиң. Районды уларҙың тырышлығын яҡшы аңлайҙар. Шуға ла хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһын ҙур байрамға торошло итеп үткәреү бик мөһим тип билдәләй урындағы етәкселек.
2015 йыл  һөҙөмтәләре буйынса бүләкләнеүселәр араһында  «Азат» хужалығы механизаторы Уйылдан Хәлитов та бар. Ул 30 йәшкәсә иң яҡшы механизатор тип танылды. Дипломға 50нән ашыу төрлө тармаҡ бегесе лайыҡ булды. Улар араһында иң яҡшы һауынсы, водитель, бухгалтер, төҙөүсе кеүек номинациялар бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку