Өфө районында Рәсәйҙең утыҙ төбәгенән һәм сит илдән килгән механизаторҙар «Иң алдынғы ер һөрөүсе» исеме өсөн көрәшә

Өфө районында Рәсәйҙең утыҙ төбәгенән һәм сит илдән килгән  механизаторҙар  «Иң алдынғы ер һөрөүсе» исеме өсөн көрәшә 30.06.2017

Сарала «Трактор-шоу» ярышы уҙҙы,  «Башҡортостандың милли ихаталары», «Уңдырышлы түтәл» , «Йәнле ферма» күргәҙмәләре лә эшләй.

Механизатор рулгә ултырғас та башына каска кейә, тракторҙы артҡа биреп  балонды эләктерә. Трактор менән идара итеү оҫталығын һынауға ҡоролған  конкурс  тәжрибәле механизаторҙар  өсөн дә оло һынау. Таҫмалар араһынан билдәләнгән юл буйлап йөрөп килеү еңел генә бирелмәй.
Тракторҙы һаҡ йөрөтмәгәндә балон төшөп тә ҡала, уның өсөн штраф яҙыла. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән Рәсәй чемпионатында быйыл Башҡортостан данын биш кеше, шул иҫәптән өс тракторсы ҡыҙ яҡлай. Баймаҡ ҡыҙы Гөлиә был кимәлдәге сарала беренсе тапҡыр. Еңел автомобиль йөрөткән һымаҡ уҡ,  киләсәктә  ҡатын-ҡыҙҙарҙың тракторға ултырыуы ғәҙәти күренеш буласаҡ, тигән фекерҙә, икенсе курс студенты..  
Баҫыуҙың икенсе осонда һабансылар  ярыша. Бында  тиҙлек  тәүмаҡсат түгел. Иң мөһиме,  ерҙе сифатлы эшкәртеү.  «Иң яҡшы тракторист-машинист» исеменә Башҡортостандың  егермегә яҡын урта махсус белем биреү учреждениелары студенттары һынау тота.
Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр ойошторолған бәйгегә илдең 30 төбәгенән һәм сит илдәрҙән механизаторҙар йыйылған. Шулай уҡ сар асиктәрендә аграр мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр үтә. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙән тыш уны һатып алыусыға алып барып еткереү мәсьәләһе ҡарала. Республика  аграрийҙары ҡунаҡтарға алдынғы технологиялар менән эшләү алымдарын күрһәтә. Күргәҙмәләрҙә ауыл хужалығы техникаһы һәм тоҡомло малдар менән дә танышырға мөмкин.  
Өфө районының Нижегородка ауылы эргәһендәге баҫыу  милли йыр-моңдан да гөрләп тора, республика төбәктәре тирмәләр ҡуйған. Чемпионат ысын мәғәнәһендә һабан туйына әйләнде. Еңеүселәр  1 июлдә билдәле була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку