Өфөлә бөгөн иң егәрле баҡсасылар тәбрикләнде 20.09.2016

Башҡортостан юлдаш телеканалындағы «Удачи» тапшырыуы иғлан иткән «Рациональ баҡса» ,Рәсәй баҡсасылар союзының «Уңышлы түтәл» конкурстарына бөгөн йомғаҡ яһалды. Бәйгеләрҙә   шәхси хужалыҡ һәм  республика төбәктәренән  ойошмалар ҡатнашты.  

Эштәр төрлө номинациялар буйынса баһаланды. Еңеүселәргә  арба, көрәк тырмалар, һыу һиптергестәр  һәм башҡа баҡса кәрәк- яраҡтары бүләк ителде. Супер приз - мотоблокты  Учалы баҡсасылар ширҡәте отто. Йәшелсә, емеш еләк, ҡышҡылыҡҡа тоҙланған ризыҡтар һәм башҡа әйберҙәр менән күргәҙмә лә ойошторолдо.
Рәсәй баҡсасылар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе  иғлан иткән конкурс  сиктәрендә Берҙәм Рәсәй партияһы яҙ көнө  акция уҙғарҙы һәм йәшелсә, сәскә  орлоҡтары   таратты. Конкурста  уларҙы сәсеп мул уңыш алған  баҡсасылар ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар баҡсасылыҡ шөғөлөн үҫтереү,  уларҙың проблемаларын  бергәләп  хәл итеүҙең мөһимлеген билдәләй.  Башҡортостан Юлдаш телеканалында барған "У дачи" тапшырыуы  уҙған миҙгелдә Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарында   булып өлгөрҙө. Иғлан ителгән бәйгелә улар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыуҙа Ботаник баҡсала эшләүсе тәжрибәле баҡсасылар йәлеп ителде.    
Ринат Миһранов, Рәсәй баҡсасылар союзының башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе:  «Беҙ яҙ көнө таратҡан олроҡтар яҡшы сығышлы булған һәм  мул уңыш биргән. Мәҫәлән,күргәҙмәгә 3 килограмм да 700 грамлыҡ сөгөлдөр алып килгәндәр. Баҡсасылар анкеталар тултырҙы һәм төрлө проблемалары хаҡында әйтте. Был өлкәлә күптән эш алып барылманы тиһәк тә була, киләсәктә беҙ бергәләп эшләйәсәкбеҙ».  
Татьяна Краснова, «У дачи» тапшырыуы авторы һәм  алып барыусыһы: «Тапшырыуҙа төшөргән утыҙҙан ашыу баҡсасы бөтәһе лә конкурста ҡатнашты. Улар республиканың төрлө төбәктәренән.Эштәрен  Ботаник баҡса хеҙмәткәрҙәре баһаланы. Гран-при Мәләүез районы баҡсасыһына тапшырылды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика