Емеш-еләк байрамы

Емеш-еләк байрамы 06.09.2014

Бөгөн Бөрө 351 йыллығын билдәләй. Йола буйынса, был көндө ҡаланың бренды булып торған алма фестивале лә үтә. Ҡаланың һутлы алмаларын ауыҙ итер өсөн Бөрөгә бөтә республиканан ҡунаҡтар йыйылды.

Ҡала баҙарында тәмлекәстең ниндәй генә төрө юҡ! Быйыл алма уңды, тип билдәләй хужалыҡ вәкилдәре, һатыу ҙа ҡыҙыу бара. Мәҫәлән, участкаларҙың береһе ике сәғәт эсендә 2 тоннаға яҡын алма һатып өлгөргән. Һәр кем бындай тәмле, татлы алмаларҙы үҙенең баҡсаһында ла үҫеүен теләй, әлбиттә. Хәйер, һәр урында тиерлек үҫентеләр һатыла. Уларҙы алыу өсөн халыҡ республиканың төрлө төбәктәренән килә.
Бөрөлә ҡала ғорурлығы булып торған емешкә күп нәмә арналған, «Берендей» дендрапаркы ла ҡунаҡтарҙы алма үҫтереү тарихы менән ҡаршы ала. Бынан тыш, паркта емешкә арналған музей ҙа бар. Ойошма ғилми эштәр алып бара, тәжрибәле үҫентеләр ҙә үрсетә. Бер генә башланғыс та мәктәп уҡыусыларынан тыш үтмәй. Балалар йәйге каникул ваҡытында бында эшкә йөрөй, үҙҙәре өсөн яңы асыштар яһай.
Агата Саплина, 9-сы синыф уҡыусыһы: «Мине бында тәү башлап әхирәтем саҡырғайны, килдем һәм миңә бик оҡшаны. Каникулымды файҙалы үткәрҙем тип уйлайым, үҫентеләр менән таныштыҡ, яңы сорттар ҙа сығарабыҙ. Бөгөн иһә ҡунаҡтар өсөн экскурсия ойошторабыҙ».
Кискә байрам ҡала урамдарына күсә. Парктарҙа ял итергә, музыка тыңларға, шулай уҡ ҡул эштәре һатып алырға була. Халыҡҡа был мөмкинлекте оҫталар бүләк итә. Бөрө үҙенең тәмле алмалары менән генә түгел, оҫталары менән дә дан тота. Йыл һайын сентябрь башында ҡаланың Ленин паркында һөнәрселәр йыйыла. Улар ял итеүселәргә ижад емештәрен тәҡдим итә. Бынан тыш, һәр кем үҙенең көсөн һынап ҡарай  ала. Мәҫәлән, бында ҡыҙыл балсыҡтан төрлө фигуралар эшләйҙәр, айыу инде тулыһынса тиерлек әҙер, уны биҙәп бөткәс киптерергә һәм яндырырға ғына ҡала. Бөгөн ҡалала төрлө саралар үткәреү ҡаралған, һәр кем күңеленә оҡшағанын таба ала. Байрам ҙур концерт һәм салют менән тамамланасаҡ.
 Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку