Дыуан районы хужалыҡтарының импортты алмаштырыуға үҙ яуабы

Дыуан районы хужалыҡтарының импортты алмаштырыуға үҙ яуабы 25.02.2016

Һуңғы йылдарҙа төбәк ауыл хужалығына йәштәрҙең күпләп килеүе күҙәтелә. Дәүләт ярҙамының һөҙөмтәһелер. Былтыр мәҫәлән, бер юлы өс хужалыҡ башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүгә тотонған. Һөт-ит йүнәлеше буйынса махсуслашҡан хужалыҡтар ҙа эшен яйға һалған..

Ә бар шөғөл ябай ҡыҙыҡһыныуҙан башлана. Башҡалар кеүек үк аҙбарҙа бер-ике һыйыр аҫрағандан һуң, малды ишәйтеү йәһәтенән йүнселдәр буш торған элекке колхоз бинаһын ҡуртымға ала. Тырышлыҡ үҙен аҡлай. Һауым күләме тәүлегенә 600 литрға тиклем барып етә. Ул һыйыр башына 15 литр тура килә тигән һүҙ.
Светлана Накоскина, хужалыҡ етәксеһе: «500 гектар ер майҙаны ҡуртымға алынған. Үҙебеҙ сәсеп, үҙебеҙ урабыҙ. Шуға ла мал тотоу  ауырлыҡ тыуҙырмай. Фураж менән бесәнде лә үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Киләсәктә сенажға техника алырға иҫәп тотабыҙ. Былтыр мал аҙығы әҙерләү бер аҙ ауыр булды. Шулай ҙа һынатманыҡ. Малдарҙы уңышлы ҡышлаттыҡ тип әйтергә  була».
Продукцияны һатыу ҙа  уңышлы хәл ителә. Һөт күрше төбәк  заводына 17 һумдан тапшырыла. Башҡа предприятиеларға ҡарағанда сағыштырмаса яҡшы, ти йүнселдәр.
Хужалыҡта һәр быҙауға айырым иғтибар бүленә. Уларҙы ниндәйҙер бер ваҡытҡа бүлеп ашатыу юҡ кимәлдә. Мал алдында һәр ваҡыт йәшел бесән, эсәр һыу һәм ҡатнаш аҙыҡ һалына.
Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда һүрелгән ауыл хужалығы һуңғы йылдарҙа ҡабат тергеҙелә. Буш торған колхоз-совхоз биналарына ҡот ҡайтты тип әйтергә мөмкин. Дыуан районын миҫалға алғанда ла, әлеге ваҡытта 86 фермер хужалығы иҫәпләнә. Улар ит һәм һөт етештереү буйынса махсуслашҡан. Шулай уҡ төбәктә былтыр өс хужалыҡ башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү эшен яйға һалған. Был импортты алмаштырыуҙың бер миҫалы, ти төбәк халҡы.
Дыуан - республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәктәре араһында ауыл хужалығы үҫешкән район булараҡ билдәле. Ит-һөт йүнәлешендә генә түгел, иген культураһы, картуф үҫтереү буйынса ла махсуслашҡан. Киләсәктә эште тағы ла яйға һалыуҙы күҙаллай ауыл эшсәндәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика