Быйылғы «Агрокомплекс» форумына Ҡытай, Польша, Германия, Беларусь һәм Рәсәй предприятиелары киләсәк

Быйылғы «Агрокомплекс» форумына Ҡытай, Польша, Германия, Беларусь һәм Рәсәй предприятиелары киләсәк 09.03.2016

Күләмле күргәҙмәлә ҡатнашыу теләген ауыл хужалығы тармағында эшләүсе 300-гә яҡын ойошма белдергән. Агросәнәғәт форумы Өфөнөң ВДНХ күргәҙмә комплексында 15-нән 18-се мартҡа тиклем үтәсәк.

Быйыл төп баҫым ауыл хужалығы техникаһына яһаласаҡ тип билдәләнде күргәҙмәгә арналған матбуған конференцияһында. Аграрийҙарҙы иң яңы сәсеү комплекстары, тракторҙар һәм башҡа машиналар менән таныштырыу ҡаралған. Бынан тыш, форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ, уларҙа райондарҙың ауыл хужалығы бүлектәре етәкселәре лә ҡатнашасаҡ. Форум ҡунаҡтары алдында Мәскәүҙән килгән төрлө ауыл хужалығы институттары белгестәре сығыш яһаясаҡ. Ойоштороусылар ҡала халҡы тураһында ла онотмаған, быйыл күргәҙмәлә һыйыр һәм һарыҡтарҙан тыш ҡырғауыл кеүек ҡоштарҙы, төрлө балыҡтарҙы ла күреп буласаҡ. Яҙғы сәсеү эштәре алдынан үткәрелгән агрофорум Волга буйы федераль округында иң эреләрҙән һанала, ул аграрийҙарҙы яңы технологиялар менән таныштырыу һәм көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышыу майҙаны булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика