Быйыл республика хужалыҡтары 3 миллион 300 мең тонна ашлыҡ һуғып алған 09.09.2016

Ураҡ эштәре 99 процентҡа тамамланған. Алдынғылар рәтендә гектарынан 30 центнер уңыш йыйып Саҡмағош районы игенселәре килә.  Әлегә тиклем күҙәтелмәгән күрһәткестәргә шулай уҡ  Урал аръяғы төбәктәре өлгәшкән.

Йыл һайын ҡоролоҡтан зыян күргән Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары ла был юлы юғары һөҙөмтәләр менән һөйөндөргән.  Күләмле эштәргә ҡарамаҫтан ауыл эшсәндәре быйылғы ураҡты 40 көн эсендә башҡарып сыҡҡан. Хәҙер улар алдында мөмкин тиклем тиҙерәк шәкәр сөгөлдөрөн  ҡаҙыу тора. Был турала бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән селектор кәңәшмәһендә һүҙ барҙы.    
Үҫтерелгән уңышты һатыуға килгәндә, әле ваҡыт түгел, тиелде кәңәшмәлә.  Сөнки иген культураларына баҙар хаҡтары төшкән.  Бөгөн ҡаты сортлы бойҙайҙың бер тоннаһы өсөн 10 мең һумдан да артыҡ тәҡдим итмәйҙәр.
Шулай ҙа тиҙҙән интервенция фондына дәүләт һатып алыуҙары башланасаҡ. Ул хаҡтар сәйәсәтен тигеҙләүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, быйыл экспортҡа оҙатылған иген өсөн пошина ғәмәлдән сығарылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика