Быйыл Бөтә Рәсәй һабансылар конкурсы Һарытау өлкәһендә уҙа 14.05.2015

Башҡортостан намыҫын Мәләүез районының Нордовка ауылынан Илдар Ишҡаев яҡлаясаҡ. Ул Һуҡайлы ауыл хужалығында егерме йылдан ашыу механизатор булып эшләй. Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған осраҡта, һабансы Бөтә Донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ.

Илдар Ишҡаев тимер атында бәйгегә әҙерләнә. Хужалыҡта сәсеү эштәре башланған. Һабансы  ерҙе тигеҙ итеп һөрөргә тырыша. Әйткәндәй, Илдар Ишҡаев һабансылар конкурсында дүртенсе тапҡыр ҡатнаша. Былтыр Суздалдә призлы урын яулай. Бәйге йыл һайын Рәсәйҙең төрлө төбәгендә ойошторола. Һәр төбәктең ере айырылып тора. Чемпионатта йыл һайын сит ил вәкилдәре лә оҫталығын һынай. Үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу үҙе бер мөмкинлек, ти механизатор.
Илдар Ишҡаев, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре: «Иҫемдә ҡалды Краснодарҙың ере. Ере бер төрлө майлы. Уның менән эшләүе еңел. Быйыл дүрт сит ил халҡы булырға тейеш. Германия, Голландия, тағы шул Эстония. Улар оҫта, гидравлика менән пианинола һымаҡ уйнайҙар».
Илдар Ишҡаев техника эшен яҡшы белә. Тырыш хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған. Миҙгел башландымы ул көнө-төнө яланда. Механизаторҙарҙың эше еңелдән түгел. Быны Илдар Ишҡаевтын яҡындары яҡшы аңлай.
Гүзәл Ишҡаева, Илдар Ишҡаевтың ҡатыны: «Өлгөрмәгән ерендә ярҙам итеп ебәрәм. Тормош иптәшем көнө буйы яланда. Ҡайһы ваҡытта төндә лә эшләргә тура килә, тәүлекләп тә эшләргә тура килә. Аңлайһың инде».
Илдар Ишҡаевтың улы ла атаһына оҡшарға тырыша. Киләсәктә тракторсы булырға хыяллана. Конкурс алдынан Ишҡаевтар ғаилә башлығы өсөн борсола. Уның Еңеү алып ҡайтырына ышана.
Һабансылар конкурсы 22-23 майҙа үтә. Чемпионатта Рәсәйҙең 30 төбәгенән өс тиҫтәнән ашыу механизаторҙың ҡатнашыуы көтөлә.   Бөтә Донъя чемпионаты стандарттары буйынса ойошторолған бәйгелә һабансылар  бураҙнаны оҫта итеп һөрөргә тейеш. Баһалалма ағзалары тиҙлек, һөрөлгән ерҙең тәрәнлеге, йыйнаҡлыҡ һымаҡ деталдәргә иғтибар итә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика