Бынан ике йыл элек иғлан ителгән «500 ферма» дәүләт программаһына ярашлы, бөгөнгө көнгә уларҙың 140 яңыртып ҡоролдо

Бынан ике йыл элек иғлан ителгән «500 ферма» дәүләт программаһына ярашлы, бөгөнгө көнгә уларҙың 140 яңыртып ҡоролдо 20.10.2014

Был тәңгәлдә Дүртөйлө районы ошо мөмкинселектәрҙән отошло файҙалана.

Ожмах шарттары уҡ вәғәҙә итмәһә лә, «500 ферма» программаһы һөт етештереү эшендәге уңайлыҡтарҙы арттыра килә. Һауынсылар хәҙер  һауын аппараттарын ташып йөрөмәй. Улар аҫылмалы рельстар буйлап шылдырып килтерелә. Швециянан алынған «аҡыллы» һауын аппараттары компьютерға тоташтырылған, шунлыҡтан һыйырҙар еренә еткереп һауыла.
Фермалағы ҡул көсө, ябай һауын аппараттары яйлап булһа ла тарихҡа ҡала бара.Әммә фермалағы эште заманса аппараттарға тулыһынса күсереү мөмкин түгел. Әйтәйек, Исмаил ауылында йәшәүсе Ләйлә Шамилованың төп эше - йәш таналарҙы өйрәтеү. Ике-өс миҙгел үткәс кенә улар башҡа һауынсыларға тапшырылып, компьютер аппараттары менән һауыла башлай.
Һөт миҡдарын еренә еткереп алыу замана мөғжизәһе компьютер менән шведтарҙан алынған һауын аппараттарының тырышлығы булып сыға. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда һөт күләме 15-20 процентҡа артҡан. Районда уның 70 проценты юғары сифатлы итеп тапшырыла.
Совет осоронда миллиондарса центнер һөт етештерелгән ферма бинаһы тиҙҙән икенсе яңырыш аласаҡ. Бында ла «500 ферма» программаһы буйынса ремонт эшләнә, шул уҡ Швецияла сығарылған һауын аппараттары ҡуйыла. Коллегаларыбыҙ Белоруссияла төшөрөп алып ҡайтҡан кадрҙарҙы ҡарағас, һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы. Ундаға фермалар тулыһынса роботлаштырылған, механик ике ҡулын кеҫәһенә тығып ҡарап ҡына йөрөй. Һыйырҙың елененән тиклем робот үҙе массажлай һәм йыуа. Тап-таҙа фермалағы һыйырҙар музыка тыңлап ял итә.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку