Йылҡысылыҡты тергеҙеү

Йылҡысылыҡты тергеҙеү 01.03.2017

Бынан бер нисә йыл элек бер баш бейәнән башлап ебәрә улар эштәрен. Маҡсаттары - үҙҙәре йәшәгән төбәктә онотола барған кәсеп - йылҡысылыҡты тергеҙеү була. Бөгөн уларҙың эшмәкәрлеген Башҡортостандың төньяғында тормошҡа ашырылған уңышлы проекттарҙың береһе, тип билдәләргә мөмкин.

Бала саҡтан ат ялына йәбешеп үҫкән Илмират Балағотдинов 2014 йылда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү маҡсатында республиканың төрлө райондарынан, шулай уҡ Пермь крайы Ҡуяҙы ат заводынан тәүге бейәләр һәм бер нисә айғыр һатып ала. Йылҡысылыҡта ул төрлө тоҡом аттарын үрсетеүҙе күҙ уңында тота.
Нефтсе һөнәренә эйә Илмират Балағотдинов тыуған ауылында төпләнгәнсе вахта ысулы менән 13 йыл Себерҙә эшләй, әммә бер ваҡытта ла Бәҙрәште ташламай, ауылдаштары менән бәйләнешен өҙмәй. Һәм 2014 йылда йәмәғәте Рәйсә менән кәңәшләшеп крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп ебәрә.
Хужалар үҙ төбәгендә йылҡы үрсетеүҙә тоҡомсолоҡ эшен яйға һалмаҡсы. Юртаҡтарҙың һәм йөк аттарының таныҡлыҡтары бар, ә бына башҡорт тоҡомло йылҡы өйөрө туплауҙа эшләргә кәрәк, ти улар. Сөнки, ҡайһы бер аттарҙың сығышы билдәһеҙ, йәғни, халыҡ телендә әйткәнсә: «улар аҙман».
Шуныһы иғтибарға лайыҡ,Балағутдиновтар үҙ эштәрен ойоштороуҙа тик хәләл көстәренә һәм ағай-энеләренең ярҙамына, кәңәшенә таянып эш итә. Ял көндәрендә ҡыҙҙары ла йылҡы ихатаһынан ҡайтып инмәй. Ауылды төҙөкләндереүҙә әүҙем улар.
Үҙгәртеп ҡороуҙарға тиклем Бәҙрәш ауылында урынлашҡан «Октябрь»  хужалығында ғына 120 баш, шәхси ихаталарҙа һәр йортта тиерлек ат тотҡандар. Бөгөн районда йылҡылар ни бары мең баш тирәһе. Йәш фермерҙар боронғо кәсеп - йылҡысылыҡты тергеҙеүгә тотонған. Быйылғы миҙгел дә ҡыуаныслы булмаҡсы, ҡалын көрт һәм һыуыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Балағотдиновтарҙың йылҡы фермаһында тәүге ҡолондар тыуған да инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку