Әбйәлил районында ҡара сиңерткәгә бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән 03.07.2015

Әммә ҡоротҡостар һөжүменә ҡарамаҫтан, хужалыҡтар  мал аҙығы әҙерләү компанияһын дауам итә.  Быйыл районда һәр баш малға 35 центнер аҙыҡ әҙерләү ҡаралған.

Баҫыуҙа сиңерткәләрҙең сырылдауы хатта ҡеүәтле техника тауышын да баҫа. Ҡоротҡостар сабылған үләнде лә, үҫеп ултырғанын да аямай.  Ауыл хужалығы белгестәре әйтеүенсә, сиңерткәләр  сабынлыҡтарҙан, көтөүлектәрҙән тарала.  Ә ауыл биләмәләренең  препараттар алыу һәм майҙандарҙы эшкәртеү өсөн аҡсаһы юҡ. Хужалыҡтар инде  үҙ баҫыуҙарын ҡотҡарыу өсөн көрәш алып бара, әммә юғалтыуҙар ҙа юҡ түгел, бөгөнгә   13 мең гектарҙан ашыу майҙан зыян күргән.
Ғәлим Солтанов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:
«Ҡоротҡостар һөжүменә ҡарамаҫтан   хужалыҡтарҙа мал аҙығы әҙерләү компанияһы дауам итә.  «Красная Башкирия» хужалығы, мәҫәлән, быйыл яңы техника алған. «500 ферма» программаһы буйынса килгән заманса тракторҙар   сабылған үләнде елләткәндән  һуң төргәктәргә урап та ҡуя.  Бер ҡап 900 килограмм тирәһе тарта».  
Фермала инде әҙер төргәктәр махус япма менән    әйләндерелеп ҡышҡа һаҡлауға һалына. Бер сенаж рулонының оҙонлоғо 100 метр. Механизаторҙар уны шаяртып колбаса тип йөрөтә, сөнки ҡышҡыһын  күпме кәрәк шунса өлөшөн  ҡырҡып алырға мөмкин буласаҡ.  Төргәктәге  үлән файҙалы сифаттарын да юғалтмай.  
Яңы ысул  мал аҙығы әҙерләү компанияһын да тиҙләтә, икенсенән ҡул көсө лә кәмегән. Элек сенаж һалыуға тиҫтәләрсә кеше йәлеп ителгән була.   Оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләгән Ирәмән Сәйфуллин әйтеүенсә,  хәҙер яңы  технологияның нескәлектәрен үҙләштереү шарт.
Был  үҙенсәлекле техника әле Рәсәйҙә икәү генә, тағы берәүһе Липецкиҙа.   Красная Башкириялар яңы технология ярҙамында һөт һауыу күләмен арттырырға  ниәтләй. Тәжрибә  үҙен аҡлаһа киләсәктә уны   Башҡортостандың башҡа хужалыҡтарында ла  таратып буласаҡ.  
Быйыл Әбйәлил районы хужалыҡтары һәр баш малға 35 центнер аҙыҡ әҙерләргә ниәтләй.  Әлеге ваҡытта 7 мең ярым тонна бесән сабылған, 5 мең ярым тонна сенаж һалынған.   Хужалыҡтар алдында  мал аҙығы әҙерләү кампанияһын  ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлау бурысы тора, сөнки әле төбәктә ҡара сиңерткә менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика