Борондан өҫтәл түрендә ике аҙыҡ булған, береһе мейестән сыҡҡан эҫе икмәк, икенсеһе суйындан төшкән картуф

Борондан өҫтәл түрендә ике аҙыҡ булған, береһе мейестән сыҡҡан эҫе икмәк, икенсеһе суйындан төшкән картуф 16.09.2015

Бөгөн республика икенсе икмәккә ҡытлыҡ кисермәй.  

Мәҫәлән, Күгәрсен районының Тәүәкән хужалығында етештерелгән картуф тап республиканың аҙыҡ-түлек баҙарына тос өлөш индерә. Ошо көндәрҙә тәүәкәндәр картуф алыу эшен әүҙемләштергән. Заманса комбайндар икенсе икмәкте ҡаҙып машиналарға төйәй, һуңынан уны махсус цехта таҙалап ҡышҡы һаҡлауға әҙерләйҙәр. Келәттәрҙең бер өлөшө тулған да инде. Ни тиһәң дә,  быйылғы йәй был төр культуралар өсөн уңышлы килгән.
Төбәктә шулай уҡ татлы тамыр ҡаҙыу ҙа йылдам бара.  «Ямғырҙар  алдынан эште теүәлләргә уйлайбыҙ», - ти ауыл эшсәндәре. Свердлов бригадаһында шәкәр сөгөлдөрө 100 гектарҙа үҫтерелгән,  гектар ҡеүәте уртаса 150 центнер самаһы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку