Борай районында ла бөгөн икеләтә байрам

Борай районында ла бөгөн икеләтә байрам 12.06.2015

Район ауыл эшсәндәре өсөн Һабантуй ойошторолдо. Йола буйынса сарала тирмәләр конкурсы, ат сабышы, милли уйындар, төрлө бәйгеләр уҙҙы. Быйыл район байрам программаһын үҙенсәлекле марафон менән дә байытты. 700-ҙән ашыу артист сәхнәлә сағыу тамаша күрһәтте.

Сәхнәлә Бөйөк Еңеүгә арналған тамаша. Хәрби машиналарҙа, аттарҙа һалдаттар тыуған яғына ҡайта. Байрамға йыйылыусылар араһында һуғыш бабалары ла бар. Был сығыш уларҙы ошо осорға алып ҡайта.
Рәсәй көнө, Әҙәбиәт йылы, боронғо һабантуй һәм башҡалар. Сәхнәлә тематика бер-бер артлы алмашына.
Һабантуй ауыл эшсәндәре байрамы.Тамашалар тамамланыуға район хужалыҡтары алдынғылары бүләкләнде.
Шулай ҙа, байрамдың иң ҡыҙыу мәле ат сабышы. Быйыл унда бер нисә тиҫтә спортсы ҡатнашты. Илгиз Шәрәфиев бәйгелә өсөнсө тапҡыр. Быға тиклем уның арғымағы алдынғы урындар яулаған.
Төп саралар уҙған майҙан 20 гектарға яҡын. Бер-бер артлы алмашынған уйын бәйгеләрҙә 10 меңдән ашыу кеше күҙәтә. Һауа трошо ла яҡшы. Был халыҡҡа кәйеф, дәрт өҫтәй.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку