Билдәле ғалим Альберт Энштейн үткән быуаттың ҡырҡынсы йылдарында уҡ әгәр бал ҡорттары үлһә, кешелек донъяһы ла юҡҡа сығасаҡ тип яҙып ҡалдырған 16.04.2017

Ниндәйҙер мистика  түгел, ни  бары һеркәләндерелмәгән ауыл хужалығы культуралары юҡҡа сығасаҡ. Сит илдәрҙә бал ҡорттарының ҡырылыуы һуңғы йылдарҙа иҫ киткес һандарға еткән. Европала 70 процентҡа тиклем умарталар юҡҡа сыҡҡан. Белгестәр үләттең сәбәптәрен һаманғаса  асыҡлай алмай. Рәсәйҙә әле хәл ул тиклем үк ҡот осҡос түгел. Шулай ҙа быйылғы яҙ хәүефләнергә мәжбүр итте.

Балды сит өлкәләргә лә һатыу менән шөғөлләнеүселәрҙең береһе республикалағы умарталыҡтарҙың 80-дән ашыу проценты ҡышты иҫән сыға алмаған, тигән хәбәр таратты. Уның фекеренсә, бал ҡорттарын ниндәйҙер яңы инфекция үлтерә һәм кисекмәҫтән анализдар үткәреп дауалау алымдарын ҡулланырға кәрәк. Ә ғалимдар ни ти һуң? Бал ҡорттарын нимә һәләк итә? Умартасыларға ҡарауыл ҡысҡырырғамы ваҡытмы?  
Наил Нурғәлиев ҡортсолоҡ менән туҡһанынсы йылдарҙан алып шөғөлләнә. 15 баш күстән умарта һанын 450-гә еткергән. Әммә ошоға тиклем ул бал ҡорттарының саманан тыш ҡырылыуын күргәне булмаған. Быйыл яҙ умарталарға ревизия үткәргәндән һуң тәүҙә 150 күстең, һуңғараҡ 285 оя ҡорттоң һәләк булыуын асыҡлаған. Юғалтыуҙар өс миллион тирәһе, Наил Нурғәлиев кәсебенә зыян килеү сәбәптәрен бер нисек тә аңлата алмай.
Тимәк, бал ҡорттарына ашарға етмәгән тигән фаразды тикшермәгәндә лә була. Башҡорт балы ассоциацияһы вице-президенты Сергей Мөлөков был күренеште билдәһеҙ бер ауырыуға бәйләне. Йәнәһе лә, сир республикалағы умарталыҡтарҙың 80 процентын юҡҡа сығарған.  
Сергей Мөлөков, «Башҡорт балы» етештереү үҙәге директоры: «Беҙҙең фараз буйынса ҙур хужалыҡта бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуына ниндәйҙер яңы ауырыу сәбәпселер тип уйлайым. Беҙ ентекле анализдарҙы Башҡортостанда ла, сит ил һәм өлкәләр лабораторияларында ла эшләтәсәкбеҙ».
Ауыл хужалығы министрлығы ла бал ҡорттарының быйылғы ҡышты насар үткәреүен иңҡар итмәй. Шул уҡ ваҡытта   ҡот осорлоҡ ауырыу барлығын да  иҫбатламай. Яңы сир таралған тип хәүефләнерлек урын юҡ, ти ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин.
Умартасылыҡ эшендә бал һатыу менән генә түгел ,  тармаҡты ғилми яҡтан да өйрәнеүсе профессор Әмир Ишемғолов фекеренсә, ҡорттарҙың күпләп ҡырылыуына ни бары кешенең ҡомһоҙлоғо һәм еңел табыш алырға теләү маҡсаты сәбәпсе. Сөнки ҡышты сыға алмаған бал ҡорттары башлыса ситтән килтерелгән тоҡом.
Иглин районының тәжрибәле умартасыһы Әфҡәт Хәлитов та ошо фаразды дәлилләй.  Уның юғалтыуы 5 процентҡа ла етмәй.  Үҫмер  саҡтан уҡ ҡортсолоҡ  менән шөғөлләнеүсе уҙаман нәҙекәйбилдәрҙең йыш сирләүенең сәбәптәрен Башҡортостанға туҡтауһыҙ сит тоҡомдарҙың  индерелеүе менән аңлата. Тәжрибәле умартасы үҙ еребеҙҙә быуындан-быуынға күсеп килгән бал ҡорттарын ғына үрсетеү яҡлы.
Тәжрибәле умартасылар башҡорт тоҡомло ҡорттар тип үрсетеүҙе үҙ яйына ҡуйырға ярамай, ти. Әфҡәт Хәлитов та нәҙекәйбилдәрҙе боронғо ысул һарымһаҡ ҡатыштырылған  махсус һут менән дауалай. Хәҙер бал ҡорттарын дауалауға химик препараттар етерлек. Әгәр дауалап тормағанда тап сит илдән индерелгән ҡорттар менән ҡушылып ауырыуҙар арта, тоҡом боҙола, ти умартасылар.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы белгестәре бал ҡорттарының күпләп ҡырылыу сәбәптәре күп тип иҫәпләй. Һауа шарттары ла йоғонто яһамай ҡалмай. Былтыр августа көндәр эҫе тороп инә ҡорт бала һалманы. Йәғни, күс яңырманы һәм ҡарт ҡорттар үле сыҡты. Йомортҡаны нәҙекәйбилдәр 25 градус йылылыҡҡа тиклем генә һала. Икенсенән, эҫелә бал ҡорттары япраҡ балы ғына йыйырға мәжбүр. Уның да саман тыш күп булыуы күс өсөн үлемесле, ти белгестәр. Шулай ҙа ниндәй генә сәбәптәр булмаһын лаборатор  тикшереүҙәр үткәрмәйенсә сара ҡалмай, ти умартасылар. Өфө районы Шмидтов ауылында ҡырылған бал ҡорттары өлгөләре Башҡортостандың фәнни-тикшеренеү лабораторияһына махсус анализға тапшырылған. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәйәсәк,ти белгестәр.
Был умарталар геүләмәй. Оялар үле ҡорттар менән тулы. Ҡышлаған ҡорттарға ниндәй афәт ҡағылғанын асыҡлар өсөн умартасылар уларҙы Томск, Мәскәү хатта, Германия һәм Франция лабораторияларына ебәрәсәк.
Республикала 350 меңләп баш бал ҡорттары ғаиләһе иҫәпләнә. Уларҙың 86 проценты шәхси хужалыҡтарҙа, 10 проценты ауыл хужалығы предприятиеларында. Бал ҡорттарына янаған сиргә ҡаршы көрәште дәүләт һәм хөкүмәт кимәлендә хәл итеү, сирҙәрҙе өйрәнеү, яңы ҡорамалдар һатып алыу, һаҡлау шарттарын камиллаштырыу, тәрбиәләү һәм сифатлы продукция алыу өлкәһендә эште әүҙемләштергәндә бал ҡорттарына янаған ҡурҡынысты еңергә мөмкин, ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика