Бешмә ауырыуы буйынса карантиндың егерме беренсе көнө

Бешмә ауырыуы буйынса карантиндың егерме беренсе көнө 07.11.2017

Ул 5 октябрҙән алып Туймазы һәм Бүздәк райондары ауылдарында бөгөнгө көнгә тиклем дауам итте. Йоғошло сир табылған хужалыҡтарҙа һәм шәхси ҡураларҙа меңдән ашыу баш мал юҡ ителгәйне. Әле йүнселдәр карантин ябылыу менән мал-тыуар һатып алыу мәшәҡәттәре менән булыша. Карантин тамамланды... Ул беҙгә ниндәй һабаҡ бирҙе.

Ғаилә башлығы Зөлфир Әһлиуллин машина арбаһын ҡабат-ҡабат нығыта. Мал-тыуар булмағас, ваҡытты уҙғарыуға, күңелде баҫыуға бер шөғөл, ти ул. Ғүмер буйы күпләп һыйыр малы аҫрап, итенән, һөтөнән айына кәм тигәндә 30 мең табыш алған ғаиләнең хәлен аңларға була.
Айгөл ханым һыйырҙарын тейәп ебәргән мәлде ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Хужабикә әйтеүенсә, ул һаман да ғәҙәт буйынса иртән тороп, һыйыр һауырға сыға. Тик һарайҙары ғына бушап ҡалған.
Әммә йүнсел ғаилә ҡул ҡаушырып ултырмай, күрше ауылдарҙан һыйыр малын белешә. Әһлиуллиндарҙа ҡышҡылыҡҡа компенсация аҡсаһына кәм тигәндә 4 баш эре мөгөҙлө мал алып, яҙғылыҡҡа ишәйтеү уйы бар.  Карантин бөтөү менән райондың Йәрмөхәмәт, Ҡандра ауылдарында йәшәүселәр ҙә был мәшәҡәттәргә күмелде.
Йоғошло ауырыу Бүздәк районының Кәпәй-Ҡыбау ауылындағы Киҙәш хужалығында аҫралған алты баш һыйыр малында ла табылғайны. Әммә бер көтөү малды яндырырға тура килә.
Вирус барлығы анализдар һөҙөмтәһендә асыҡлана. Ауырыу сәбәпле хужалыҡтың 146 баш һыйыр малы юҡ ителә. Бөгөн ферманың ҙур бер бинаһы бушап ҡалған.
Әйтергә кәрәк, йоғошло сир бер хужалыҡта ғына күҙәтелә, ауыл биләмәһендәге малдарҙа вирус табылмай. Барлыҡ йорт хайуандарына прививка эшләнелгән. Йөҙҙән ашыу малын юғалтҡан ферма хеҙмәткәрҙәре был хәлде һаман да тыныс ҡына ҡабул итә алмай.
Хәүефле ауырыу таралыу сәбәпле Туймазы районының Йәрмөхәмәт, Үрмәкәй, Ҡандра ауылдарында меңдән ашыу эре мөгөҙлө мал юҡ ителде. Шуға ла белгестәр ауыл ерендә күпләп мал аҫрарға ниәтләгән йүнселдәрҙән уяулыҡ талап итә. Зыян күргән Ферма һәм шәхси хужалыҡтар ҡураһында бер-нисә тапҡыр дезинфекция үткәрелгән.
Әлеге ваҡытта ла белгестәр йоғошло сир таралыу сәбәптәрен асыҡлай. Ә Туймазы, Бүздәк райондарында хәүефле ауырыу тураһында бары шлагбаумдар ғына хәтерләтә. Шулай ҙа урындағы эшҡыуарҙарға етештергән продукцияһы менән сауҙа итеү яйын көйләү буйынса байтаҡ ҡына эшләргә тура киләсәк. Сөнки был ваҡиғалар һатып алыусылар хәтеренән тиҙ генә юйылмаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку