Байрам алдынан арзан хаҡтар 11.06.2016

Бөгөн баш ҡаланың Спорт һарайы алдында ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе үтте. Унда йөҙҙән ашыу сауҙа нөктәһе эшләне.

Кушнаренко районынан Резеда менән Фирҙәүес Зәкәриндар Өфөлә ойошторолған ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләрен ҡалдырмаҫҡа тырыша. Йүнселдәр йорттары янында теплица эшләп, унынсы йыл ҡыяр, помидор үҫтереү менән шөғөлләнә. Был ғаиләнең - төп килем сығанағы. Шуға йыл әйләнәһенә эшләргә тура килә.
Былтырғы картуфты сауҙа кәштәләрендә әле лә осратырға мөмкин. Йәрминкәлә икенсе икмәкте тәҡдим итеүселәр байтаҡ ине. Хаҡы ла магазиндыҡына ҡарағанда бер ни тиклем арзаныраҡ. Килограмын 20 һумға һатып алырға мөмкин.
Йәрминкәлә тауар ассортименты һәр ваҡыттағыса бай һәм үтемле булды. Һыйыр итенең килоһы 270-280 һум торһа, сәскә балының өс литры - 1700 һум, ә йүкәнеке 2200 һумға төштө. Ауыл уңғандары һөт, икмәк ризыҡтарын, үҫемлек майын, емеш-еләк, үҫентеләр һатып та ярайһы уҡ  килем алды. Баш ҡалала йәшәүселәр үҙ сиратында сифатлы продукцияға яһалған ташламаларға ҡыуанды.
Спорт һарайы алдындағы майҙанда ауыл уңғандары өсөн урындар бушлай бирелде. Йәрминкәлә барлығы ун һигеҙ район йүнселдәре ҡатнашты. Улар араһында Саҡмағош, Баҡалы, Ауырғазынан килеүселәр күп булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика