Баймак районында «Трактор» операцияһы тамамланды

Баймак районында «Трактор» операцияһы тамамланды 21.08.2017

Уның барышында дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары тарафынан 80-ләп хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған. Әлеге көндә районда барлығы ике мең үҙ йөрөшлө машина теркәлгән, уларҙын 62 проценты йыл һайын техник күҙәтеү үтә.

Хаҡлы ялға сыҡҡан Рәфҡәт Нәбиуллин үҙ хужалығында файҙаланыу өсөн трактор һатып алган. Сөнки  шәхси йортта мал көсө менән йәшәүәселәр өсөн техника иң кәрәкле әйбер.  Һәр һатып алынған трактор тәү нәүбәттә иҫәпкә алынып, йыл һайын техник күҙәтеү утергә тейеш.
Ләкин  барлык техника хужалары ла ошондай яуаплы тугел. Район ерлегендә йыл һайын трактор алыусылар арта, әммә уларҙын күбеһе исәптә тормай,техник күҙәтеү осорон да ситләп үтеүселәр бар.  Шул ук вакытта, айырыуса бесән  мәлендә   техника кулланылышта кала. Ошондай осрактар  юл транспорт вакигаһында асыклана. Быйыл Баймак һәм Әбйәлил райондарынын Әхмәт һәм Баймырҙа ауылдары араһында 58 йәшлек ир үҙе эшләгән тракторҙа авария яһап вакига урынында һәләк булган. Фажигәнен  сәбәбе техниканын төҙөк булмауы.
Шуга күрә Трактор операцияһы барышында төҙөк булмаган, исәптә тормаган,вакытында  техника күҙәтеү утмәгән   техникаларҙын торошона ихтибар буленде.  Шулай ук тракторсы машинист кенәгәләренен булыуы, теркәу кагыҙҙары  һәм башка яуаплы документтарҙын булыуы ла исәпкә алында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку