Баймаҡ районының Сыңғыҙ  ауылында йәшәүсе фермер Нияз  Ураҙбаев  ғаилә һөтсөлөк фермаһы ойошторған 25.08.2016

Уңған ғаилә шөғөлөнән ярайһы килем ала, ауылдаштарын да эш менән тәьмин итә.

«2011-2015 йылдарҙа крәҫтиән-фермер  хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү» республика программаһында ҡатнашып, Нияз Уразбаев районда тәүгеләр иҫәбендә малсылыҡты үҫтереүгә етди аҙым яһаны. «Ғаилә фермаһы» программаһына эләгеү өсөн төп шарттарҙың береһе - үҙеңдең сәсеүлегең һәм бесәнлегеңдең  булыуы. Бөгөн тәжрибәле фермерҙың  хужалығында  50‐нән ашыу  мал аҫрала.  Быйылғы миҙгелгә лә  уңған эшҡыуар үҙе сәскән баҫыуҙарҙан етерлек кимәлдә  мал аҙығы туплаған.
Иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр аяғөҫтө йөрөгәндә генә  эште алға алып барырға, эш урындары булдырырға,  ауылдаштарҙың таянысы булыуға өлгәшергә мөмкиндер. Бөгөн бында барлығы 8 кеше эш урыны менән тәьмин ителгән.
һуңғы йылдарҙа һөт тапшырыу мәсьәләһе киҫкен торһа, хәҙер ул ыңғай хәл ителгән.   Хужалыҡта  һауып алынған аҡ көн һайын Буранбай һөт ҡабул итеү пунктына тапшырыла. Тик көндәрҙең эҫе тороуы ғына   һөттө  бер аҙ кәметте, ти һауынсылар.
Районда  үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса крәҫтиән-фермер  хужалыҡтары йылдан-йыл арта. Уларҙың, төрлө программаларҙы уңышлы файҙаланып, дәүләт ярҙамы алыуы, үҙ хужалыҡтарын яңы кимәлгә күтәреүе хуплауға лайыҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика