Баймаҡ районында малсылыҡ мәсьәләләре буйынса төбәк семинар үтте 04.03.2016

Кәңәшмәгә Урал аръяғы райондары етәкселәре саҡырылды. Көн тәртибенә ҡатнаш  аҙыҡ етештереү, малдарҙы ҡышлатыу  мәсьәләләре сығарылды. Семинарҙы уҙғарыу урыны итеп Баймаҡ ҡатнаш аҙыҡ етештереү заводы һайланды

Хужалыҡта мал аҙығы етештереү өсөн тейешле ҡорамалдар, фураж  һаҡлау өсөн махсус келәт, иген таҙартыу һәм аминокислота өҫтәмәләрен етештереү цехтары бар. Завод эшсәндәре район хужалыҡтарын йыл әйләнәһенә сифатлы мал аҙығы менән тәьмин итә. «Баймаҡ тәжрибә хужалығы» ауыл хужалығы кооперативы комбикорм заводы менән  тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүсе предприятиеларҙың береһе.  Хужалыҡта  малдарҙы ҡышлатыу осоро уңышлы тамамланып килә. Бында тоҡомло аттарҙы үрсетеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Ауыл эшсәндәре йылдың былтырғы кеүек үк тармаҡ өсөн уңышлы килеүенә ышана.    
Семинар күрше райондар вәкилдәре менән тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына  әүерелде. Яҙғы баҫыу эштәре алдынан ауыл эшсәндәре төп маҡсаттарҙы билдәләне.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика