Баймаҡ районы хужалыҡтарында яҙғы сәсеү йылдам бара

Баймаҡ районы хужалыҡтарында  яҙғы сәсеү йылдам бара 19.05.2016

Әле хужалыҡтарҙа эштәрҙең яртыһынан күбеһе тамамланған. Баҫыу уңғандарын дәртләндереү өсөн төбәктә агитбригадалар ҙа ойошторолған.  

«Сәйәхәт» агитбригадаһы артистары йыл һайын сәсеү, урып-йыйыу осорҙарында  баҫыу ҡырҙарына  концерт менән сыға. «Хөсәйенов» хужалығында  аграрийҙар 300 гектар ерҙә һоло сәсеү менән мәшғүл. Хужалыҡ эшсәндәре өсөн аяҙ көндөң һәр минуты ҡәҙерле. Быйыл баҫыуға эшсе көстәр ситтән дә йәлеп ителгән. Урында ҡырҙан килеүселәр өсөн бар уңайлыҡтары булған ятаҡ, дүрт тапҡыр ашатыу ҙа ҡаралған.  
Баҫыуҙа өс агрегат эшләй. Эшсе көстәр ҙә, техника ла етәрлек.  Хужалыҡта 950 гектар ерҙә иген, 750 гектарҙа мал аҙығы культуралары сәселәсәк. Быйыл ер йылы дым менән ҡапланғанға күрә, ауыл эшсәндәре мул уңышҡа иҫәп тота. Хужалыҡ етәкселәре әйтеүенсә, көндәр әлеге кеүек ҡояшлы торғанда, сәсеү ай аҙағына  тамамланасаҡ.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика