Баймаҡ районы хужалыҡтары малдарҙы йәйләүгә күсерҙе

Баймаҡ районы хужалыҡтары малдарҙы йәйләүгә күсерҙе 01.06.2016

Күптән һыналған алым төбәктә әле лә киң ҡулланыла. Үләндең иң һутлы мәле  һауым күрһәткестәренең  күтәрелеүенә булышлыҡ итә.

«Хөсәйенов» крәҫтиән-фермер хужалығының Шөгөр йәйләүендә киске һауын.  Шөгөр йәйләүе Мерәҫтән егерме өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Элек һауынсылар бында ятып эшләһә, хәҙер көн һайын ике мәртәбә малдарҙы йөрөп һауа. Гөлдәр Килдейәрова хужалыҡтың иң тәжрибәле һауынсыһы.  был өлкәлә ул дүрт тиҫтәгә яҡын хеҙмәт итә.
Йәйләүҙә уртаса көндәлек һауым 15-16 литр. Йәмғеһе көнөнә 1000 литр аҡ Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһындағы һөт эшкәртеү заводына оҙатылып тора. Продукцияны арттырыу һәм уның сифатын яҡшыртыуға ла малсылар иғтибар бирә. Һыйырҙың һөтө - телендә. Һауым көтөүселәрҙең эшенә ныҡ бәйле. Малдарҙы ике көтөүсе алмашлап ҡарай. Әйтергә кәрәк улар төнгө сәғәттәрҙә лә эшләй.
Малды күсергәнсе, йәйге лагерҙа ремонт эштәре башҡарылған. Ялан кәртә таҙартылған, көнкүреш ҡорамалдары һаҡланған бинала дезинфекция үткәрелгән, электр сымдары тәртипкә килтерелгән. Киләсәккә лә хужалыҡ етәксеһенең өмөтө ҙур. Ул дәүләт тарафынан эшләп килгән «Ғаилә фермаһы» программаһына ҡушылып тағы ла 50 баш тирәһе тоҡомло һыйыр малын алырға ниәтләй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку