Баймаҡ районы Күлтабан ауылында төҙөлөүсе мегафермаға малдың тәүге партияһы килтерелде

Баймаҡ районы Күлтабан ауылында төҙөлөүсе мегафермаға малдың тәүге партияһы килтерелде 20.08.2015

Ҡара сыбар тоҡомло таналарҙың уртаса ауырлығы 470-530 кг, улар көр һәм яҡшы тоҡомло булыуы менән алдыра.

Төбәккә сәфәре барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин был объектты файҙаланыуға тапшырыу район өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Төҙөлөш бик оҙаҡҡа һуҙылды һәм уны тиҙерәк тамамлау күптән инде хәл итеүҙе көткән мәсьәлә. Быйыл ошо маҡсатта һәм  мал һатып алыу өсөн республика бюджетынан аҡса ла бүленде. Һөҙөмтәлә, мегафермала эштәр ҡайтанан йәнләнде. Әле объектта  һуңғы әҙерлек эштәре алып барыла. Атап әйткәндә, һыйыр һауыу залында махсус ямпалар йәйеү, башҡаларында һылау-буяу эштәре тамамлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку