Башҡортостандың йәшелсә үҫтереүселәре өсөн тарихи мәл

Башҡортостандың йәшелсә үҫтереүселәре өсөн тарихи мәл 17.02.2015

Яландан, йә теплицаларҙан йыйғанды һаҡлау  һәм уңышлы сауҙа итеү берлектә эшләүҙе талап итә. Берҙәм союзға ойошорға ҡарар итте улар.  

Ҡыш уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, Ҡырмыҫҡалы районының бер мөйөшөндә йәйгесә эш ҡайнай. Дилә Ғафурова етәкселегендәге теплицала тәүлегенә 3-4 тонна ҡыяр йыйып алына. Бында эшләүселәрҙең һәр береһе көнөнә 25-әр йәшник ҡыяр тултырһа ла, эш шарттарына ризалар.
Яҡшы килем алып эшләү өсөн 1 гектар ғына етмәй, кәмендә 5-6 гектар кәрәк, - ти Дилә Йәүҙәт ҡыҙы. Әммә әлегә 10 сутыйлап ҡына теплица тотоусы фермерҙар менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн  өлгөләр етерелек.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин фекеренсә, күберәк үҫтереү, һаҡлау базаларын төҙөү менән бер рәттән, аҙыҡ-түлекте йыуыу һәм төргәкләү эше лә өлгөрөп еткән мәсьәлә, сөнки магазиндарҙың талабы шундай. Ә ауыл хужалығы министры Николай Коваленко тағы ла бер мөһим мәсьәлә күтәрҙе. Теплицаларҙа эшләү өсөн Азия илдәре белгестәре лә кәрәк, ә улар йыш ҡына миграция проблемаларына юлыға. Йәшелсәселәр союзы ошо мәсьәләне хәл итеүҙә лә, үҫтерелгәнде һатыуҙа ла һис шикһеҙ ярҙам итәсәк, - тине министр. Шулай итеп, Башҡортостандың йәшелсә үҫтереүселәр берлеген төҙөү буйынса тәүге аҙым эшләнде. Кәңәшмәлә һайланған тәүге етәксе һүҙен йәшелсә һаҡлауҙағы ҡыйынлыҡтар, теплицаларҙың ҡыш миҙгелендә ныҡ кәрәклеге хаҡындағы фекерҙән башланы.
Рәсәй  йәшелсәселәр союзы рәйесе Сергей Королев билдәләүенсә, үҫтерә беләбеҙ, ә һаҡлау базаларының етмәүе, йәшелсә уңышының 30-40 процентының юғалыуына килтерә. Ошондай союзға берләшеп эшләү дәүләт ярҙамын алыуҙы күпкә еңеләйтәсәк. Һүҙ субсидия алыу, кредит ставкаларын кәметеү хаҡында ғына бармай. Йәшелсә һаҡлағыстар төҙөү сығымдарының 20 проценты федераль ҡаҙнанан түләнәсәк.
Йылына 150 млрд һумлыҡ йәшелсәне Рәсәй сит илдән ала. Ә инде санкция, импортты сикләү тигәндәре был аҡсаға үҙ еребеҙҙә лә күпләп үҫтереп булыуын асыҡ күрһәтә, ти белгестәр. Экзотик емештәрҙе иҫәпкә алмағанда, әлбиттә.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку