Башҡортостандың ауыл хужалығында йыһан технологиялары ғәмәлгә ашырыла 13.06.2017

Тәүгеләрҙән булып бындай система Әбйәлил районының «Красная Башкирия» хужалығында ҡулланыла башланы. «Топ Кон» тип аталған параллель йөрөү системаһы хеҙмәткәрҙәрҙең эшен күпкә еңеләйтә. Сөнки махсус модемдар менән йыһазландырылған тракторҙар спутник аша бар мәғлүмәтте база станцияһына еткерә. Реаль ваҡытта диспетчер техниканың күпме майҙанды эшкәрткәнен, сәсеү сифатын күҙәтеп бара.

Пилотһыҙ осоу аппараттары һатып алыусы һәм йыһан спутник системалары мәғлүмәттәрен файҙаланған фермерҙар субсидия аласаҡ. Дәүләт ярҙамы сығымдың 50 процентын тәшкил итә, әммә 2 миллион ярымдан артмаясаҡ. Ауыл хужалығы белгестәре  әйтеүенсә, фермерҙар яңы технологиялар индереүгә ашыҡмай. Бәлки, субсидия әҙерәк этәргес бирер. Сөнки пилотһыҙ осоу аппараттарын аграр тармаҡтың күп кенә эштәрендә ҡулланырға мөмкин. Уның ярҙамында майҙандарҙың торошон күҙәтеү, теүәл мәғлүмәт алыу, яландарҙы инвентаризациялау, эш күләмен билдәләү һәм уңышты күҙаллап ерҙең химик составын да белеп була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика