Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағы иң көслө бишәү исемлегенә инергә тейеш

Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағы иң көслө бишәү исемлегенә инергә тейеш 27.09.2016

Республика аграрийҙары алдында Рөстәм Хәмитов ошондай бурыс ҡуйҙы. Бының өсөн  үҫемлекселектә юғары технологиялар ҡулланыу һәм фәнде әүҙемләштереү мөһим, тине ул.

Әбйәлил районының «Красная Башкирия» хужалығы баҫыуҙары. Аграрийҙар Канада тәжрибәһенән үҙләштерелгән Ноутил технологияһын ҡуллана. Һалам ерҙә ҡала һәм яҙғыһын орлоҡтар уның өҫтөнә сәселә.  Ер бөтөнләй эшкәртелмәй, ә уңыш күпкә яҡшыраҡ. Йылдан -йыл көсәйгән ҡоролоҡ шарттарында был технология яҡшы һөҙөмтәләр бирә.  Гектар ҡеүәте лә арта, баҫыу эштәренә киткән сығымдар ҙа ике тапҡырға кәмегән. Ноутил технологияһын ҡуллана башлау менән хужалыҡта гектарҙан алынған килем биш йыл эсендә генә туғыҙ меңдән 25 мең һумға еткән. Үҙ сиратында хеҙмәт хаҡын арттырыу, техника яңыртыу мөмкинлеге тыуа. Хужалыҡ әле республика өсөн тағы ла яңыраҡ-стриптил технологияһын да үҙләштерә башлаған. Был алым иһә уңышты утыҙ процентҡа арттырыу һәм иң мөһиме ҡоролоҡҡ бәйлелектән азат итә. Үҫемлекселектә яңы технологиялар индереү, ауыл хужалығында яңы асыштар ҡулланыу  мәсьәләләре фән буйынса совет ултырышында ҡаралды. Белгестәр  әйтеүенсә, был технологиялар төрлө яҡлап та һыналған һәм уны һәр хужалыҡта ла ҡулланыу мөһим. Ҡырыҫ тәбиғәтле сит илдәрҙә лә Ноутил һәм стриптил алымы киң файҙаланыла.
Рөстәм Хәмитов республиканың аграр тармағын тотош илдә иң яҡшы бишәү исемлегенә күтәреү бурысы ҡуя. Бының өсөн 2020 йылға тиклем ауыл хужалығында етештереү күләмен 230 миллиард һумға еткереү талап ителә. Яңы технологиялар, фәнни асыштар  ҡулланмай тороп был маҡсаттарға ирешеү икеле, тине респеублика етәксеһе.
Юғары уңыш алыу һис шикһеҙ мөһим бурыс. Әммә аҡланмаған  хаҡ менән түгел. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ерҙе һаҡлау, тупраҡтың  уңдырышлығын тергеҙеү ҙә төп шарт.  Әле республикалағы сәсеүлектәрҙең 20 процентында тупраҡтың гумусы аҙ ҡалған. Уны тергеҙеү өсөн ноутил кеүек һаҡсыл технологиялар индереү, химик һәм биологик ашламаларҙы камиллаштырыу  зарур, ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку