Башҡортостандың  ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре һөнәри байрамын билдәләй 03.11.2015

Ошо айҡанлы бөгөн Өфөлә ер хужаларына арналған тантаналар үтте. Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен  байрам менән  Рәсәй ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Евгений Громыко, Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.    Республикала селекция һәм орлоҡсолоҡ буйынса программа эшләй башларға тейш тине Республика башлығы.

Тәбиғәт ер кешеһен һынап ҡына тора,  үҫемлектәр  дымға мохтаж мәлдә  ҡояш ҡыҙҙыра,  уңыш йыйыу ваҡыты етһә ямғыр ҡоя башлай. Әммә   Республика хужалыҡтары  ауырлыҡтарға бирешмәй, ерҙә эшләү бер ваҡытта ла еңел булмаған.  Быйыл да Башҡортостан  аграрийҙары бураларға мул уңыш һалған. Гектар ҡеүәте былтыр 15 центнер тирәһе булһа, быйыл 18-ҙән артып киткән.  Айырым хужалыҡтарҙа, атап әйткәндә Ғафури, Саҡмағош райондарында,  был һан хатта 60-ҡа барып еткән. Сөгөлдөр ҙә уңған, гектарынан 500 центр йыйып алыусы  төбәктәр бар. Рөстәм Хәмитов  ер хужаларын тәбрикләп киләсәктә лә ошо  темпты һаҡларға ҡушты. Урындағы климат шарттарына яраҡлашҡан сорттар  кәрәк. Шуға күрә киләсәктә  селекция һәм орлоҡсолоҡ үҙәген асыу  талап ителә, тине Республика башлығы.
Шулай уҡ мал башын арттырыуҙан тыш,  продуктлылыҡты  күтәреү ҙә көн талабы. Бының өсөн туҡлыҡлы культураларҙы күпләп үҫтереү мөһим. Мәҫәлән,  һөт күләмен арттырыу өсөн кукуруз бик файҙалы. 2018-се йылға был культура майҙаны 2 ярым тапҡырға артырға тейеш.   Шулай уҡ  уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу ҙа мөһим, бының өсөн техника кәрәк. Быйыл  1 мең 600 берәмек ауыл хужалғы техникаһы алынған, киләсәктә паркты тағы яңыртыу бурысы тора.   Башҡортостан хужалыҡтары Рәсәй агросәнәғт комплексының терәге, тип билдәләнде бөгөнгө тантанала.
Юғары күрһәткестәр  көндө төнгә ялғап эшләгән ябай эшсәндәрҙең хеҙмәтенән үрелә. Бөгөн улар байрамдың төп ҡунағы. Механизаторҙар, һауынсылар, малсылар, агрономдар,   хужалыҡ етәкселәре.   Ер кешеләренең фиҙаҡәр хеҙмәте бөгөн  юғары наградалар менән билдәләнде. Мәҫәлән, Илеш районынан Әнфәл Ахунов  «Халыҡтар дуҫлығы» орденына лайыҡ булды.
Юғары күрһәткестәргә өлгәшкән  райондар, хужалыҡтар хеҙмәт алдынғалырын бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары  Илдар Тимерғәлин дә тәбрикләне. Һеҙ ауыр һәм яуаплы һөнәр эйәләре, тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, тине ул.
Тантана байрам айҡанлы әҙерләнгән  концерт программаһы менән тамамланды. Икмәк булған ерҙә йыр ҙа бар.
Башҡортостан хужалыҡтары быйыл бураларға 3 миллион 200 мең тонна тирәһе иген һалған. Был алдағы йыл менән сағыштырғанда 500 мең тоннаға күберәк. шулай уҡ республикала һөт һауыуы күләме лә арта. Юғары күрһәткестәр агросәнәғәт комплексына иғтибар артыуы менән бәйле. Башҡортостан аграрийҙарының уңыштары ил кимәлендә лә юғары баһа алды. Яҡташтарыбыҙ быйыл Мәскәүҙә үткән «Алтын көҙ» үргәҙмәһенән 400-ҙән ашыу миҫал алып ҡайтты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика