Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре дауам итә 08.05.2017

Тотороҡһоҙ һауа торошона ҡарамаҫтан, Иглин районы эшсәндәре дым ҡаплау менән мәшғүл. Әле эш дөйөм майҙандарҙың 80 процентында башҡарылған. Иртә культураларҙы сәсеү ҙә ҡыҙа бара. Мостафин крәҫтиән-фермер хужалығы баҫыуҙарында 350 гектар майҙанда тупраҡ гербицидтар менән эшкәртелгән һәм ашлама индерелгән. Райондың "Агро-весна" хужалығы быйыл яҙғы сәсеүҙе 2000 гектарҙа башҡарарға иҫәп тота. Техника төҙөк, кәйефтәр күтәренке, ти хужалыҡ етәксеһе.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика