Башҡортостанда уҙған йыл ике миллион тоннаға яҡын һөт етештерелгән 06.01.2016

Был күрһәткес 2014-се йыл менән сағыштырғанда ике процентка артҡан. Һөт продукцияһын етештереү буйынса Ауырғазы, Дүртөйлө, Илеш, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондарының хужалыҡтары алдынғы урында тора. Бынан тыш республикала тоҡомло мал үрсетеү буйынса ла күрһәткестәр яҡшырған. Яңы йылға республика ауыл хужалыҡтары ҙур өмөттәр бағлай.  

Рәмилә Шәрәфетдинованың эш ваҡыты таңғы алтынан уҡ башлана. Ханым тиҫтәләгән баш йәш малды ҡарай - һыу эсерә, бесән ташый. Гүзәл заттар өсөн был эш ауыр булһа ла, бер ҙә үкенмәй, был һөнәрҙе малҡайҙарҙы яратҡанға һайланым, ти. Бөйрәкәйҙәргә исемдәр ҙә ҡушҡан. Ошо игеҙәк быҙауҙар уның иң яратҡандары.
Дүртөйлө районының был хужалығында 370 тоҡомло һауын һыйырҙары иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһенән 18 килограмм һөт алына. Ҡышҡылыҡҡа хужалыҡ һәр баш малға 38 центнер аҙыҡ берәмәге әҙерләнгән, 500 ферма дәүләт программаһы ярамында ҡураларҙың береһендә капиталь ремонт яһалған. Һөт етештереүҙән тыш хужалыҡ тоҡомло һыйыр үрсетә. Башҡортостанда, күрше Татарстанда һәм Ҡазағстанда малҡайҙарға ихтыяж ҙур тип белдерә ферма хеҙмәткәрҙәре.
Ауырғазы районының был хужалығында өс меңдән ашыу мал иҫәпләнә. Уҙған йыл хужалыҡ өсөн уңышлы булған - һәр һыйырҙан биш меңдән ашыу килограмм һөт алынған.
Ҡышҡылыҡҡа бында етди әҙерләнгәндәр. Һыйырҙарҙың һөтөн арттырыу өсөн уларға төрлө ҡатнашмалар ҙа бирелә. Мәҫәлән был шыршы ботаҡтары байрам уңайлы эленмәгән. Улар бөйрәкәйҙәргә өҫтәмә аҙыҡ булып тора. Хужалыҡ шулай уҡ тоҡомло һыйыр үрсетеү менән дә шөғөлләнә.
Владимир Трифонов, хужалыҡ хеҙмәткәре: «Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырабыҙ, беҙҙә үгеҙҙәр юҡ. Ҡасырғандан һуң ике айҙан тикшерәбеҙ. Әгәр боҙаулар булһа, махсус чиптар эләбеҙ. Улар ярҙамында һәр һыйырҙы контролдә тотабыҙ».
Хужалыҡ быйыл тағы ла бер һарайҙа реконструкция яһауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Бынан тыш бөйрәкәйҙәре арттырып, һөт етештереү буйынса беренселекте бирмәү ҙә уларҙың төп бурысы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика