Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү эштәре ҡыҙа

Башҡортостанда  мал аҙығы әҙерләү эштәре ҡыҙа 26.05.2016

Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре кампания осоронда ҡыйынлыҡтар күҙәтелмәйәсәк, шулай ҙа быйыл һәр кем үҙ көсөнә ышанып эш итергә тейеш, тип белдерҙе. Рәсәйгә индерелгән иҡтисади санкциялар һөҙөмтәһендә сит ил орлоҡтары хеҙер ауыл эшсәндәренә килеп етмәй.

Илья Ғәлиев иртә таңдан аяҡ өҫтөндә. Сусҡа һимертеү комплексында уның ҡарамағында 4 меңдән ашыу мал. Уларҙы тәрбиләү һәм ҡарау теүәл ваҡыт менән башҡарыла. Малдарҙың менюһында йәшел үлән һәм ҡатнаш аҙыҡ, барыһы ла билдәләнгән  миҡдарҙа ашатыла.
Илья Ғәлиев, зоотехник: «Элекке кеүек ҙур комплекстар заманы булмаһа ла беҙ сусҡа малын тейешле кимәлдә тәрбиәләргә тырышабыҙ. Аҙыҡ төрләндерәбеҙ, ҡулланыусыларға сифатлы ит етештерергә тырышабыҙ».
Ит һәм һөт ризыҡтарының сифаты аҙыҡ туҡлыҡлығынан тора. Ауыл хужалығы эшсәндәре хәҙерҙән үк малды уңышлы  ҡышлатыу өсөн эш башлаған. Шаран районының иң эре малсылыҡ хужалыҡтарының береһендә мал аҙағын йыл ярымға етерлек итеп алдан хәстәрләйҙәр.
Ә быныһы мал аҙығы етештереү буйынса махсус дәрес. Благовещен  районына  ҙур делегация килгән. Белгестәр   мал аҙағы ярҙамында ауыл хужалығы тауарҙарының сифатын күтәреү ысулдары тураһында фекер алыша. Мәҫәлән, кәзә үләнен ваҡытында сабып ҡалыу мөһим. Был эште үҫемлек сәскәгә төрөнгәнсе башҡарып өлгөрөргә кәрәк. Бындай семинарҙар әле  республиканың барлыҡ райондарында ла  ойошторола.
Күп йыллыҡ үләндәрҙе сәскәгә төрөнгәнсе сабып алыу һөт етештереүҙе,ит йүнәлешендә ауырлыҡты арттыра. Мал аҙығы етештереүгә ҡарата тейешле ҡараш булдырмайынса беҙ яҡшы ауыл хужалығы продукцияһын ала алмаясаҡбыҙ.
Быйыл кукуруз культураһы бик  популяр. Үткән йыл менән сағыштырғанда, уның майҙандары  ике тапҡырға артҡан. Был культура туҡлыҡлы, әрһеҙ һәм уңышты ла мул бирә. Уның ярҙамында һөт етештереү артасаҡ.
Аграрийҙар  мал аҙағы әҙерләүҙә ауырлыҡтар тыуҙырған 2010 йылдағы ҡоролоҡто яҡшы хәтерләй.  Етмәһә, күптән түгел Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү ойошмаһы Германия, Дания, Францияла  етештерелгән  мал аҙыҡтарына  сикләүҙәр ҡуйҙы. Бындай шарттарҙа бары тик үҙ көсөңә генә ышанырға ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку