Башҡортостанда иген йыйыу кампанияһы башланғандан алып 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ урып алынған

Башҡортостанда иген йыйыу кампанияһы башланғандан алып 2 миллион тоннанан ашыу  ашлыҡ урып алынған 23.09.2014

Уртаса уңыш гектарынан 15 центнер самаһы.  

Республиканың 17 районында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу эштәре тулыһынса тамамланған. Ашлыҡты  5 проценттан аҙыраҡ майҙанда урырға ҡалған, күбеһенсә ул Урал аръяғында, шулай уҡ төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа. Шулай уҡ республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу ҙа дауам итә. Уртаса уңыш ҡеүәте - гектарынан 267 центнер.

Әбйәлил районының «Красная Башкирия» хужалығында ла әле ураҡ эштәре һуңғы гектарҙарҙа алып барыла. Төбәктәге ҡырыҫ тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, урындағы етәкселек нуль технологияһына ҙур өмөттәр бағлай. Былтыр механизаторҙар 1 мең 200 гектарҙа ужым арышы, 50 гектарҙа ужым бойҙайы сәскән. Быйыл был культуралар сағыштырмаса яҡшы уңыш бирә, ти хужалыҡтың баш агрономы Ғабдулла Зәйнуллин. Мәҫәлән, ауыл эшсәндәре арыштың пар ерендәге сорттарының береһенән 25 центнер самаһы уңыш алған. Артабан улар алдында арпа һәм һоло урыу бурысы тора. Әле хужалыҡ баҫыуҙарында 10 берәмек техника эшләй. Шулай уҡ быйыл һатып алынған дүрт «Полесье» иген комбайндары ураҡ эштәрен күпкә еңеләйтергә ярҙам иткән.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика