Башҡортостанда «Ауыл хужалығын үҫтереү» программаһы уңышлы хәл ителә

Башҡортостанда «Ауыл хужалығын үҫтереү» программаһы уңышлы хәл ителә 01.11.2014

Проект ярҙамында төбәк ойошмалары заманса технология менән йыһазландырылып, етештереү ҡеүәтен арттырыуға өлгәште. Өфө районының ҡошсолоҡ фабрикаһы ла донъя кимәленә күтәрелде.

Ҡошсолоҡ фабрикаһында эш тәүлек әйләнәһенә тынмай. Рәфиға Мөхәррәмова менән Рәзинә Музипова - үҙ эшенең оҫталары. Улар предприятиеға фабрика асылғандан алып хеҙмәт итә. Комплекста сменалап 130 хеҙмәткәр эшләй. Улар башлыса Өфө, Шишмә, Благовар райондарынан. Заманса ҡоролма эште тағы ла еңеләйтә. Тәүлегенә генә был урындан ике миллион йомортҡа махсус һауыттарға тултырыла. Машина сәғәтенә 180 мең йомортҡаны категорияларға бүлә тигән һүҙ. Комплекс үҙе бер ҙур тере организмды хәтерләтә. Ҡоролма эсендә урынлаштырылған видеокамералар бысраҡ йомортҡаларҙы һытылғандарынан айыра. Машина шунда уҡ тауарҙы үлсәй, сорттарға бүлә, ультразәңгәр нурҙар ярҙамында зарарлы матдәләрҙе юҡ итә. Проекттың хаҡы - 250 миллион һум. Шулай ҙа эш һөҙөмтәләре үҙен аҡлай. Ҡошсолоҡ фабрикаһы Волга буйы федераль округында иң эре ойошмаларҙан һанала. Төркиәлә етештерелгән ҡоролма ла бик үҙенсәлекле. Дүрт ҡатлы ҡоролма йомортҡаларҙы ваҡытында йыйыу, ҡоштарҙы тәүлегенә 8 тапҡыр ашатыу автомат режимда башҡарыла. Хатта ферма эсендәге таҙа һауа әйләнеше өсөн дә тап ошо техника яуап бирә. Проект «Ауыл хужалығын үҫтереү» программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылды. Етештереү ҡеүәтен 60 процентҡа тиклем күтәрҙе.
 Юрий Лысов, ҡошсолоҡ фабрикаһының башҡарма директоры: «Заманса технология етештереү күләмен арттырып, сифатлы продукция алырға мөмкинлек бирә. Йомортҡалар был урында автомат рәүештә йыйылып, замансалаштырылған объектҡа оҙатыла. Технология бик отошло».
Продукцияны һатыу ҙа уңышлы хәл ителә. Ул урындағы, федераль сауҙа селтәрҙәренә лә оҙатыла. Әлеге ваҡытта беҙҙәге йомортҡаларҙы Рәсәй төбәктәрендә теләп һатып алалар. Киләсәккә уй-ниәттәр күп, ти предприятие етәкселеге. Киләсәктә ҡош-ҡорт өсөн тағы өс заманса комплекс, тауыҡ ите етештереү цехын асыу күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика