Башҡортостан хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыуға тотондо

Башҡортостан хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыуға  тотондо 08.09.2016

Иң юғары күрһәткес әлегә Шишмә районында күҙәтелә. Гектарынан уртаса 331 центнер уңыш алына. Ә бына дәүләкәндәр был тәңгәлдә маҡтана алмай. Районда гектар ҡеүәте 200 центнер самаһы тәшкил итә. Ауыл эшсәндәре әйтеүенсә, быға тәү сиратта, йәйҙең ҡоро килеүе сәбәпсе.

Шулай ҙа Дәүләкәндә уҙған йыл менән сағыштырғанда, быйыл татлы тамыр майҙандары 800 гектарға киңәйтелгән. «Рихтер» крәҫтиән-фермер хужалығында сөгөлдөр майҙандарында киләһе йыл арпа сәсмәкселәр. Ҡаҙып алынған уңыш башлыса Раевкалағы шәкәр заводына ебәрелә. Райондың баш агрономы билдәләүенсә, уңыштан алынған килем, тәү сиратта, ерҙе минераль ашламалар менән туҡландырыуға, техниканы ремонтлауға китә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку