Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы механизаторҙар араһында уңыш йыйыу йомғаҡтары буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһаны 29.10.2016

Еңеүселәргә автомобилдәр тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов аграрийҙар араһында конкурс үткәрергә «Баҫыу көнө-2016» республика семинар-кәңәшмәһендә тәҡдим иткәйне. Төбәктә барлыҡ үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алғанда, ашлыҡ күләмен дүрт миллион тонннаға еткереү мөмкинлеге бар. Был планкаға етеү өсөн Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы һөнәренең  абруйын күтәреү , ер эшен лайыҡлы  баһалау кәрәклеген белдерҙе. Был йәһәттән һөнәри конкурстар һөҙәмтәле буласаҡ, тип билдәләне ул саҡта Рөстәм Хәмитов.

Шулай итеп Башҡортостандың иң яҡшы механизаторҙары араһында Баймаҡ районынан Зәки Ҡотлоғужин, Хәйбулланан Виктор Попов, Саҡмағоштан Самат Рухылбаянов, Ауырғазынан Ринат Мәғҙәнов, Стәрлетамаҡтан Ирек Ниғмәтуллин, Дүртөйлөнән Динар Хамматов, Илештән Булат Миңнуллин, Шишмәнән Алик Бикбулатов, Дәүләкәндән Александр Капустин һәм Баҡалынан Николай Хәбиров бар. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 3 ноябрҙә Өфөлә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика