Башҡорт ҡымыҙына мәҙхиә

Башҡорт ҡымыҙына мәҙхиә 09.08.2017

Бөгөн Дәүләкән районында милли эсемлекте әҙерләүселәрҙең ХII республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда быйыл Башҡортостандың дүрт тиҫтәнән ашыу төбәге ҡатнашырға теләк белдергән. Ҡымыҙ бешеүселәр үҙ ерлегенә хас милли эсемлеген тәҡдим итте.

Республиканың төрлө төбәктәренән килтерелгән милли эсемлек үҙенсә ҡәҙерле лә, үҙенсәлекле лә. Төбәктең ҡайһы тәбиғәт зонаһында урынлашыуы, ҡымыҙ бешеү традициялары, йылҡы малын тәрбиәләү алымына тиклем ризыҡта сағыла. Сараға килгән халыҡ та һәр бер хужалыҡтың продукцияһынан ауыҙ итергә ашыҡты. Ҡуйы урманда көн иткән бөрйәндәрҙә лә йылҡысылыҡ шулай уҡ яҡшы үҫешкән. Улар боронғо рецептҡа таянып бешелгән милли ризығын тәҡдим итте.
Ҡымыҙ бешеүселәрҙең ХII республика конкурсы Башҡортостандың 47 төбәген бергә йыйҙы. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән һәр хужалыҡ үҙ продукцияһы тәҡдим итте. Уларҙы абруйлы жюри ағзалары тәмләп ҡарап  баһаһын бирҙе.
Башҡорт ҡымыҙы элек-электән үҙенең шифалығы һәм тәм үҙенсәлеге менән айырылып тора. Ата-балаларҙан ҡалған рецепт әле лә ҡәҙерләп һаҡлана. Баймаҡтар мәҫәлән, махсус көбөлә сейә, ҡарағат япраҡтары ҡушып ҡымыҙ ыҙлай.
Ҡымыҙ бешеүселәрҙең сираттағы республика конкурсының тап Дәүләкән ерлегендә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Былтыр Баймаҡ районында үткән сарала Яңы Яппар ауылынан Сания Ниғмәтуллина беренселекте яулағайны. Бөгөн ҡунаҡтарҙы ла тап улар ҡаршы алды. Яңы Яппар ауылында ғөмүмән, ҡымыҙ эшләүселәр бихисап. Ауылға инер алдынан уҡ ялан тултырып йөрөгән йылҡы ла ошоға ишара. Сания менән Илгиз Ниғмә­туллиндар милли эсемлек бешеүселәрҙән. Улар ҡы­мыҙ әҙерләп, республиканың төрлө урындарына һатыу менән бик етди шөғөлләнә − барлығы 190-дан ашыу йылҡы аҫрай­ҙар. Әлбиттә, башлап ебәреү нисек кенә ауыр бирелмәһен ғаилә ҡаршылыҡтарға бирешмәй, дәүләт ярҙамы менән 90-сы йылдарҙан ҡалған ярым-емерек биналарға ҡот бирә.
Тап бөгөнгө сарала республика бренды, башҡорт ҡымыҙына дан йырлауы менән үҙенсәлекле булды ла инде. Ҡымыҙ бәйгеһе менән бер рәттән шул уҡ майҙанда көтөүселәр конкурсы ла барҙы. Бөгөн һирәк осрай торған һәм шуға ла ихтыяж менән файҙаланған был һөнәр эйәләренен дә оҫталыҡ кимәле баһаланды. Шулай итеп быйылғы ҡымыҙ бәйгеһенен енеүсеһе итеп "Йоматау" шифаханаһынан Рушан Нәбиуллин танылһа, мал көтөү оҫталығы буйынса Мәләүез районынан Рауил Хаюковҡа етеүсе булманы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку